Хәйерле көн, бәйгеселәребеҙ!
Апрель бәйгеһенә йомғаҡ яһар мәл дә етте. Иң башта кисәге бәйгегә йомғаҡ яһайыҡ. Дөрөҫ яуап – яҡтылыҡ. Уны ҡояш нуры йәки ай яҡтыһы тип атау ҙа дөрөҫ. Гүзәл Атнағолова, Зөлфиә Аҡсурина, Айна Иманғолова, Венера Бикбова, Гөлназ Ҡылысбаева, Фәрзәнә Тайсина-Туймакаева, Фәимә Исхаҡова, Эльмира Дәүләтшина дөрөҫ яуап бирәп, мәрәйле булды.
Ә дөйөм һөҙөмтәгә килгәндә, апрель бәйгеһендә барлығы 24 төркөмдәш ҡатнашты һәм шуларҙан иң әүҙемдәре Айна Иманғолова, Гөлназ Ҡылысбаева, Зөлфиә Аҡсурина һәм Гүзәл Атнағолова 20-нән күберәк мәрәйҙәр тупланы. Шулай ҙа улар Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина менән Эльмира Дәүләтшинаға саҡ ҡына етә алманы. Уларҙың иҫәбендә 25-әр мәрәй. Ә апрель бәйгеһендә иң күп – 28 мәрәй туплаған Фәимә Исхаҡова еңеүсе булды! Вәғәҙә ителгән рауза үҫентеһен алыу буйынса Фәимә апайҙың бәйләнешкә инеүен һорайбыҙ. Эльмира менән Фәйрүзә апай иһә дәртләндереү бүләге булараҡ төркөмдә яҡындарын бушлай ҡотлау мөмкинлеге ала. Ҡотлайбыҙ!
Бәйгебеҙҙе йомғаҡлап, ай дауамына беҙҙең менән булған һәр төркөмдәшкә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Беҙ һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ һәм һеҙҙең әүҙемлек беҙгә илһамланып эшләргә көс-дәрт бирә! Рәхмәт һеҙгә! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ! Байрамдар менән!