Бөтә яңылыҡтар

Атай төҫө

Атай! Йылдар уҙа барған һайын, һинең һының, төҫөң – барыһы ла алыҫая, онотола барған кеүек… Тик онота буламы ни атайҙы кеше?!Исламғол улының әҙмәүерҙәй бәһлеүән кәүҙәле, дөм ҡара сәсле, типһә тимер өҙөрлөк егет булып буйға үҫеп еткәнен Динисламдың үҙенә генә күрергә насип булманы шул. 25 йыл Орск казактар отрядында хеҙмәт итеп ҡайтҡан илле йәшлек ирҙе – көрәштәрҙә ал бирмәгән Көтөр батыр вариҫын – ҡапыл ғына вафат булып китер тип кем уйлаған?

Атай! Йылдар уҙа барған һайын, һинең һының, төҫөң – барыһы ла алыҫая, онотола барған кеүек… Тик онота буламы ни атайҙы кеше?!
Исламғол улының әҙмәүерҙәй бәһлеүән кәүҙәле, дөм ҡара сәсле, типһә тимер өҙөрлөк егет булып буйға үҫеп еткәнен Динисламдың үҙенә генә күрергә насип булманы шул. 25 йыл Орск казактар отрядында хеҙмәт итеп ҡайтҡан илле йәшлек ирҙе – көрәштәрҙә ал бирмәгән Көтөр батыр вариҫын – ҡапыл ғына вафат булып китер тип кем уйлаған?
Эх, Динислам, Динислам… Үҫәргән һылыуы Ғәзизә ирен өҙөлөп һөйҙө, наҙлы ҡатын булды… ә уны юғалтҡас, күңеле ҡатты ла ҡуйҙы. Яңғыҙ ҡатын Ғәзизә… Уң яғында ике ҡыҙы булһа, һул яғында – йөрәк тәнгәлендә гел Исламғоло ҡалҡан булды. Ах, Динислам, Динислам… Әле лә бына тигән терәк булыр ине ғаиләһенә. Ғаиләһенә генәме һуң? Ауыҙына бер тамсы ла шарап алмаған, һүҙен үлсәп кенә һөйләгән был ир уҙаманы хәрби эштәрҙә, ҡорҙарҙа иң мәртәбәле кәңәшсе, ҡунаҡтарҙан һанала ине, “Беләк буйы ҡаҙыны бер үҙе ашар,” – тип һөйләрҙәр ине уның тураһында.
Динислам төҫө – Исламғол, әсәһе артынан бер тотом да ҡалманы. Балтапҡанға еләккә сығып китәләрме, йә Һике тамағына муйыл, ҡарағат тирергәме – төшкө сәй ваҡытына оҙон итәктәрен елпелдәтеп, күнәк тултырып ҡайтып та инә Ғәзизә. Шулай булмай ни: янында Ҡужанаҡ тәбиғәтенең бөтә еген белгән улы – ярҙамсыһы. Элекке шаян Исламғол түгел инде улы. Һоро күҙкәйҙәре лә бит кешене һынап ҡараусанға, уйсанға әйләнде. Кәүҙәгә лә ҡапыл тартылып, мыҡтыланып китте. Тормош йөгө балаһын да баҫынҡырай шул. Күҙҙәренә лә етемлек, атайҙы һағыныу һағышы сарпылды…
1938 йылда бик күңелле ваҡиғалар алып килмәне Ғәзизәгә. Ғаилә тотҡаһына әйләнгән ҡолонсағын, Исламғолон, хеҙмәткә оҙатты. Тәүҙә Финляндия, аҙаҡ Бөйөк Ватан һуғышы тотошлайы менән үҙ эсенә, ут эсенә, ялмап алды Исламғолдо.
Польша, Украина, Германия ерҙәре… Украин халҡы хуш күңеллеге менән алдырһа, немецтарҙың бөтә нәмәһе: ҡаралты, баҫыуҙары – төҙөк, айыҡ аҡыл менән эшләнгәне таң ҡалдырҙы башҡорт һалдатын.
Артиллерия ғәскәрендә рядовой пулеметчиктан отделение командирына тиклем үрләүен дә - бер нәмә лә белмәй ине әсә улы тураһында. “Кенигсбергка ла еттек, әсәй! Көтөгөҙ, ҡайтырмын!” – шул ине 1945 йылдағы хаты. Ах, ул Еңеү яҙы… Кемгәлер был һуғыш май айында уҡ бөтһә, Ғәзизә өсөн көтөүҙәр дауам итте. Барлыҡ һалдаттар ҙа ҡайтып бөттө. Барлыҡ тип ни: 352 яугирҙән 149-ы ғына аяҡ баҫа алды тыуған ауылына. Тилмереп көттө әсә улын… Баҡһаң, ана ҡайҙа, Япония менән һуғышҡа ебәргәндәр икән Исламғолон.
Ҡайтты иҫән-аман улы, йөрәккәйе. 8 йылға тиерлек һуғыштың кәттәһен күреп, ир ҡорона ултырып ҡайтып төштө һалдат. Тышта 1945 йылдың көҙгө йылы елдәре иҫә. Тик улар ғына фронтовиктың күңелен иретә, йылыта алырмы?! Әсәһенә лә, күрше-тирәһенә лә һуғыш тураһында – ләм-мим. Һөйләү түгел, һуғыш тураһындағы фильмдарҙы ла яратманы Исламғол. Имән кеүек ныҡ, зәп-зәңгәр күҙле Петр знакумы һаҫыҡ самогонын ҡыҫтырып килеп инһә, шуны әҙерәк кәктереп алғас, ҡосаҡлашып: “Тра-та-та говорил пулеметчик, тра-та-та говорил пулемет,” – тип йырлашҡан булалар. Йырлайҙар ҙа өнһөҙ генә илайҙар. Ни булғандыр инде эскәйҙәрендә, Тоцк лагерында хеҙмәт итеп, алғы һыҙыҡтарҙа иҫән-һау булып та, һуғыштан һуң бер-бер артлы һуҡыраясаҡ ҡорҙаштары Павел, Әхмәтйәндәр яҙмышы шаңҡыттымы уларҙы?!...
Исламғол бәғерен яу ҡырында башын һалған нәҫелдәштәре – Исхаҡ ағаһын, хәбәрһеҙ юғалған Йыһанша ҡустыһын һағыныу ғазаптары ла әрнетте: яйлап өндәшмәҫерәккә әйләнде. Намыҫлы егет…эшкә егелде… Бер көндө, ваҡыт табып, ауыл уртаһындағы бәләкәй генә бөхтә ихатаға йүнәлде. Ишек алдында бер аҙ тапанып торғас: “Йә, был һынауҙы ла үтәйек.” – тигәндәй, хәрби кейемен, бөҙрә сәстәрен төҙәткеләп, яуҙан ҡайтмаған Исхаҡ ағаһының өй ишеген шаҡыны. Бисара еңгәй ишектән ингән хәрбиҙе күреү менән “Исхағым!” тиеп уйлап та өлгөрмәне, Исламғол ап-аҡ тештәрен йылтыратып: “Һаумы, еңгә?!” – тиеп күрешергә ҡулдарын һондо. Был күрешеүҙең шаһиты булып торған ҙур күҙле сибек кенә ҡыҙыҡай, әкиәт батырындай дәү ағайға ҡарап, икеһен дә тетрәндергес һорау бирҙе: “Әсәй, атай ошо төҫтә буламы?!” Сабый әйткән һүҙҙәрҙән донъя сайҡалып китте. Әсә, бөгөлөп, урындыҡ ҡырына ултыра төштө. Һуғыш михнәттәрен көнбайыштан көнсығышҡа тиклем айҡап сыҡҡан сержант шаңҡып ҡалды. Атай төҫө! Баланың был ике генә һүҙендә һуғышты тыуҙырған кешеләргә нәфрәт набаты ла, ут эсендә ятып ҡалған ир, ҡатын-ҡыҙ туғандарыбыҙға реквием дә, ас-яланғас, етемләнгән, яндырылған, атылған, аҫылған (фашист тарафынан) һуғыш балаларына мәдхиә лә ине. Исламғол сытырлатып баланы күкрәгенә ҡыҫты.
Аҙаҡ инде ҡулынан килгән ярҙамынан ташламаҫҡа тырышты. Бик яҡшы атай булырға, бәлки шул ваҡытта, уйланғандыр Исламғол. Яратып өйләнгән ҡатыны Миңзада менән 8 улға, 4 ҡыҙға атай булды. Балаларын ҡаҡманы, һуҡманы. Үҫә барҙылар, эшкә ылыҡтыра ла барҙы уларҙы. Бесән сабырға, сыбыртҡы-мурҙа үрергә, арба эшләргә, өй төҙөргә… Исламғолдоң балаларға мөнәсәбәте иҫ киткес ине. Әйтерһең дә, атайҙар мәктәбен бөткән! Йөрәген һыҙған нескә тойғоларҙан, йәйғорҙоң ете төҫөнән төҙөлгән ине был мозаика.
Атай төҫө! Онотола буламы һуң?! Әле генә һымаҡ: беҙ һинең менән Еңеүҙең 45 йыллығына әҙерләнә инек. Дерелдәп киткән ҡулдарың менән костюмыңды парадҡа рәтләйһең. “Орден-миҙалдарыңды таҡ!” – тигәнгә, үпкәләгән булаһың. Яныңда йөрөгән ул-ҡыҙҙарыңа (мин шуларҙың береһе), бүлә-бүләсәләреңә ишаралап: “Һеҙ – минең миҙалдарым” – тиһең. Парад ҡайғыһы юҡ, беҙ барыбыҙ ҙа фотоға төшөргә ашығабыҙ. Эйе, дөрөҫ ашыҡҡанбыҙ, сөнки 1991 йылдың ғинуарында һине, ветеранды, күп ауыл халҡы һуңғы юлға оҙатырға йыйыласаҡ. Ҡояш та күренәсәк күк йөҙөндә.
Атай! Һинең турала уйҙарым мине үткәндәргә алып ҡайта. Ауылым эргәһендә аҡҡан мул һыулы Ҡороюл йылғаһы үҙенең ярҙарына йәй буйына ҡош-ҡорттарҙы, сыр-сыу килгән балаларҙы йыя. Төшкө ашҡа ҡайтып килгән атайым, күперҙән үтеп барышлай, йылғала бер бата, бер ҡалҡа килгән әйберҙе күреү менән, бесәй етеҙлегендә һыуға һикерә һәм оҙаҡламай 8 йәшлек малайҙы тартып та сығара. Эйе, һин гел етеҙ, тәүәккәл булдың. Әйтерһең дә, контузия ла алмағанһың һәм дә яурын-башыңда 45 йылға яҡын йөрөгән пуля һине бимазаламаған.
Атай! Еңеүҙең 75 йыллығына обелиск янына фронтовиктарҙы тәбрикләргә, иҫләргә барса халыҡ йыйылыр. Күҙҙәремде талдырып мин улар араһынан һине эҙләрмен. Бына-бына килеп сығырһың да, оло матур кәүҙәң менән ерҙе дер һелкетеп, кирза итектәрең менән зыңҡылдата баҫып, бейеп китерһең, ә үҙең шоңҡар тауышың менән:
Эй, Маһисәрүәр, сәй ҡайнат,
Килтер ҡоймағыңды майлап,
Килтерһәң ҡоймағыңды майлап,
Эсербеҙ сәйҙе яйлап, – тип таҡмаҡлап ебәрерһең төҫлө. Тик был хыял. Ә ысынбарлыҡ иһә балаларыңды һинең мәңгелек йортоң янына йыя. Унда, үҙең кеүек үк һомғол, 25 йәшлек ҡарағай сәләмләй беҙҙе. Бындағы тынлыҡ, ҡәберҙәр тынлығы, беҙгә ауыр саҡта ла бысраҡ эштәргә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә, ауыл тарихын, үткәндәрҙе онотмаҫҡа ҡуша. Сөнки илебеҙгә яҡты көндәр бүләк итешкән 7899 фронтовик-ейәнсураларҙы беҙ хәтерләргә бурыслы. Ейәнсура ерендә сыҡҡан “Хәтер китабы”нда, атай иҫән булһа, түбәндәге юлдарҙы уҡыр ине бер-бөртөк 19 йәшлек ҡустыһы тураһында: “Тукумбетов Яганша Динисламович, 1923 года рождения, башкир, призван 6 марта 1942 года. Погиб 20 августа 1942 года. Похоронен в деревне Поляна Смоленской области”. Шуныһы ҡыуаныслы булды, “Ейәнсура таңдары”нда (“Октябрь байрағы”) С.Абдрахмановтың “Октябрь ҡояшы аҫтында” мәҡәләһендә Йыһанша ағайҙың батырлығы тураһында бөтә яҡташтары ла беләсәк, тик атайым Исламғол өсөн ул мәңгелек “без вести пропал”дар рәтендә ҡаласаҡ, сөнки был ваҡытта инде ул баҡыйлыҡта күскән була…
Ғаилә альбомында бер фотонан Йыһанша ағай менән уның хеҙмәттәше Байбулатов ҡарай. Карточка артына: “Чишминская станция. 6 марта 1942 года. Родным. Не забывайте нас,” – тиеп яҙылған… Онотоп булмай шул һеҙҙе, туғандарым!
“Тарих рухтарҙы аҙаштырһа ла, һындыра алманы. Ауыл һәр быуатта ла көслө ҡалһын тиһәң, һәр быуын балаһы үҙ атаһының төҫөн, рухын хәтерләргә тейеш. Смоленск өлкәһе – минең икенсе Мәккәм, унда хаж һылыу минең изге бурысым, хыялым, сөнки унда минең өсөн атайымдан ҡалараҡ иң ҡәҙерле кешем мәңгелек төйәген тапҡан. Уларҙың икеһен дә ауылдаштары әлегәсә яҡшы яҡтан хәтергә алалар, беҙҙә онотмайбыҙ, һағынабыҙ… Һағышым менән мин ҡәһәрләйем һуғышты.
Әнисә Тоҡомбәтова.
Ҡужанаҡ ауылы.
Читайте нас: