Бөтә яңылыҡтар

Еңеүселәр асыҡланды

ҠОТЛАЙБЫҘ!“Улар илгә Еңеү яулашты” конкурсы еңеүселәре билдәләнде

ҠОТЛАЙБЫҘ!
“Улар илгә Еңеү яулашты” конкурсы еңеүселәре билдәләнде
9 Май – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, беҙгә Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман олатай-ҡартайҙар, “Бөтәһе лә фронт өсөн! Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” тип тылда ал-ял белмәй эшләгән инәй-өләсәйҙәр хаҡында күберәк материалдар туплау, аҙаҡ уларҙы китап итеп сығарыу маҡсатында МР хакимиәте призына “Ейәнсура таңдары” гәзите редакцияһы “Улар илгә Еңеү яулашты” исемле конкурс иғлан иткәйне.
Әйтергә кәрәк, конкурсҡа материалдар ифрат күп килде. Өлкәндәр менән бер рәттән, йәш быуын вәкилдәре лә ихлас ҡатнашты. Шуныһы һөйөнөслө: күптәре конкурс булған өсөн түгел, ә яҡындары тураһында белгәндәрен гәзит уҡыусыларға, килер быуындарға иҫтәлек булһын өсөн һөйләп ҡалырға тырышты. Килгән материалдарҙың күбеһе “Ейәнсура таңдары” гәзитендә баҫылып ҡына ҡалманы, тиҙҙән донъя күрәсәк “Исемдәре мәңге хәтерҙә” тигән йыйынтыҡҡа ла индерелде.
Редакцияға килгән һәр материалды йәнә бер тапҡыр күҙҙән үткәргәндән һуң, урындар түбәндәгесә билдәләнде:
1-се урын – Юлай Солтанбаев (“Сағылдарҙа үҫкән имән кеүек” – №11, 7.02.20);
2-се урын – Гөлзирә Юлдашбаева (“Яҙмыш шаңдауҙары” –№25, 27.03.20);
3-сө урын – Марат Түләбаев (Ауылыбыҙ һалдаттары” – №20, 10.03.20) менән Ғәли Марҡабаев (“Ауылдаштарым да өлөш индерҙе” – №10, 4.02.20) һәм “Ағурҙалар ауыр йылдарҙа” – №34, 28.04.20). Улар МР хакимиәтенең иҫтәлекле бүләктәренә лайыҡ булды. Афарин!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Редакция.
Р.S. Бүләкләү ҡасан буласағын хәбәр итербеҙ. Әлегә #өйҙә_ҡалайыҡ!
Читайте нас: