Бөтә яңылыҡтар

Мәктәп һәм балалар баҡсалары тәү урында

2020 йылда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса беҙҙең районда бөтәһе 13 ауыл биләмәһе ҡатнашырға теләк белдереп, уларҙың һәр береһендә йыйылыштар уҙғарылды. Шуларҙың ун бере БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәгенә документтарҙың тулы пакетын әҙерләп тапшырҙы.Бәйге 7 майҙа уҙҙы һәм беҙҙең райондан ун биләмә сарала еңеп сыҡты, был программа буйынса ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.Шулай итеп, районда ниндәй проекттар тормошҡа ашырыласаҡ?

2020 йылда Башҡортостандағы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы бәйгеһенә бөтәһе 1061 ғариза ҡабул ителгән.
Проекттарҙың 563-ө еңеүсе тип табылды. Уларҙы финанслау өсөн 590 миллион һум бүленә. Шуның 400 миллионы республика бюджетынан ҡаралған.
Ауыл ерендә 382,6 млн һумлыҡ 385 проект тормошҡа ашырыласаҡ, ҡала округтарында 206,8 млн һумлыҡ 178 проект еңеүселәр исемлегенә ингән.
2020 йылда был программа буйынса еңеүсе проекттар типологияһына ярашлы, тәүге урынды белем биреү учреждениелары (137 проект) биләй, икенсе урында – автомобиль юлдары (117 проект), өсөнсө урында – ихаталарҙы һәм балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү (93 проект).
2020 йылда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса беҙҙең районда бөтәһе 13 ауыл биләмәһе ҡатнашырға теләк белдереп, уларҙың һәр береһендә йыйылыштар уҙғарылды. Шуларҙың ун бере БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәгенә документтарҙың тулы пакетын әҙерләп тапшырҙы.
Бәйге 7 майҙа уҙҙы һәм беҙҙең райондан ун биләмә сарала еңеп сыҡты, был программа буйынса ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.
Шулай итеп, районда ниндәй проекттар тормошҡа ашырыласаҡ: Абзан биләмәһендә – Юлдыбай ауыл клубы бинаһына капиталь ремонт эшләнәсәк, быға бөтәһе 479 320 һум аҡса бүленгән.
Әбүләис ауылы биләмәһенә мобиль янғын комплексы алынасаҡ, уның суммаһы 150 000 һумға төшәсәк.
Байдәүләт ауыл биләмәһендә – Ибрай ауылының (500 000 һум), Һүрәм а/б-ндә – Хоҙабәндә ауылының (300 000 һум), Үтәғол а/б-ндә Үтәғол ауылы зыяраттарын (500 000 һум) кәртәләү өсөн төҙөлөш материалдары алынасаҡ. Бикбау ауыл биләмәһе 308 000 һумлыҡ 2ПТС-4 трактор тағылмаһы аласаҡ.
Муйнаҡ а/б Мәзит ауылы балаларын ҡыуандырырға булды. Унда кескәйҙәр өсөн 350 000 һумлыҡ уйын майҙансығы алынасаҡ һәм ҡуйыласаҡ.
Яңы Себенле ауыл биләмәһендә Яңы Себенле ауыл мәҙәниәт йорто 792 500 һумлыҡ театр ултырғыстары һәм сәхнә костюмдарына байыһа, Һаҡмар а/б-ндә Арсен ауыл мәҙәниәт йортона тамаша залына 700 000 һумға ултырғыстар аласаҡ.
Иҫәнғол а/б был проект сиктәрендә Айыу ауылына Ырымбур өлкәһе яғынан ингән ергә стела ҡуйыуҙы үҙ өҫтөнә алды. Ысынлап та, райондың ғына түгел, бөтә республиканың йөҙөн күрһәтеп торған ер матур ҙа, күркәм дә булырға тейеш.
Шулай уҡ, өҫтәмә рәүештә 2020 йылда тағы бер проект тормошҡа ашырыласаҡ: Таҙлар ауыл мәҙәниәт йортона капиталь ремонт эшләнәсәк.
Бөтә тормошҡа ашыраласаҡ проекттарҙың дөйөм суммаһы 6 млн һум тирәһенә төшә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2017 йылдың 19 апрелендәге 168-се һанлы Ҡарарына үҙгәртмә индерелгән: халыҡ йә иһә спонсорҙар тарафынан өлөшләтә финанслау талап ителгән субсидияның 10 процентын ғына тәшкил итә, быға тиклем ул 15 процент булған.
Күреүебеҙсә, алға маҡсаттар ҙур. Йәй – ремонт эштәре менән үтһә, көҙгә бер-бер артлы яңыртылған, төҙөкләнгән объекттар асылыр. Берҙәм тырышлыҡ менән башҡарылған эш ауылдарҙа тормош-көнкүреште тағы ла яҡшыртыуға ҡоролған.
Фотола: 2019 йылда ППМИ буйынса Яңы Павловка ауылы зыяраты кәртәләнеп алынды.
Читайте нас: