Бөтә яңылыҡтар

Яңы конкурс: "Ихатам тулы гөл-сәскә, тирә-яҡҡа нур сәсә"

2020 – Башҡортостанда зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә үтеүе һәр кемгә мәғлүм.

“Ихатам тулы гөл-сәскә тирә-яҡҡа нур сәсә”
2020 – Башҡортостанда зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә үтеүе һәр кемгә мәғлүм. Ошо уңайҙан МР хакимиәте тарафынан ойошма-предприятиелар, ауыл биләмәләре араһында иң төҙөктәрен билдәләү буйынса конкурс та иғлан ителде. “Ейәнсура таңдары” гәзите иһә уңған хужабикәләребеҙ араһында боронғо бәйгебеҙҙе иҫкә төшөрөп, “Ихатам тулы гөл-сәскә тирә-яҡҡа нур сәсә” конкурсы иғлан итә. Үҙегеҙҙең йә яҡындарығыҙҙың гөлбаҡсаһын фотоға төшөрөп, матурлыҡ авторы тураһында яҙып, беҙҙең “Ейәнсура таңдары” төркөмөнә ебәрегеҙ.
Бәйгегә сентябрь аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ, еңеүселәр ЛАЙКтар һаны буйынса иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнәсәк.
Читайте нас: