Бөтә яңылыҡтар

Иғтибар! Бәйге!

Кем бында иң аҡыллыһы? Әлбиттә, Һеҙ! 15 июндә “Рәсәй: кешеләр, һандар, дәлилдәр” викторинаһының икенсе өлөшө старт алды.Билдәле белгес һәм интеллектуаль уйындарҙы популярлаштырыусы Максим Поташев яңы онлайн-викторина һорауҙары авторы булған. Викторина Дөйөм Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сайтында башланып тора. Уйында теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тик уны үткәреү ваҡыты сикләнгән. Еңеүселәргә – аҡсалата бүләктәр.

Кем бында иң аҡыллыһы? Әлбиттә, Һеҙ! 15 июндә “Рәсәй: кешеләр, һандар, дәлилдәр” викторинаһының икенсе өлөшө старт алды.
Билдәле белгес һәм интеллектуаль уйындарҙы популярлаштырыусы Максим Поташев яңы онлайн-викторина һорауҙары авторы булған. Викторина Дөйөм Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сайтында башланып тора. Уйында теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тик уны үткәреү ваҡыты сикләнгән. Еңеүселәргә – аҡсалата бүләктәр.
Буласаҡ Дөйөм Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу беренсе тапҡыр һанлы буласаҡ, шуға күрә викторинаның да интернетта үтеүе аңлашыла. Был бәйге 15 июндә 11 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты буйынса) башланды.
Әйтергә кәрәк, был – халыҡ иҫәбен алыу темаһына бәйле икенсе интеллектуаль ярыш. Викторинала Рәсәй төбәктәре һаны кеүек үк 85 һорау. Бөтә һорауҙар ҙа халыҡ иҫәбен алыуға бәйле, илебеҙ республикалары, өлкәләре һәм крайҙары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һәм быға тиклем үткән перепись тарихы тураһындағылары ла бар.
Ярышта ҡатнашыу өсөн strana2020.ru сайтында теркәлергә, махсус форма тултырырға һәм электрон почта адресын күрһәтергә кәрәк. Артабан тәҡдим ителгән һорауҙарға яуап бирергә генә ҡала. Яуаптар 19 июндә Мәскәү ваҡыты буйынса 11 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк. Иң тиҙ ваҡыт эсендә максималь дөрөҫ яуаптар биргән өс кеше еңеүсе тип таныласаҡ. Уларға етешәр мең һумлыҡ приз тәтейәсәк.
Дөрөҫ яуаптар һәм еңеүселәр сайтта уйын башланып ете көн үткәс баҫыласаҡ. Киләһе уйындар тураһындағы мәғлүмәт шулай уҡ сайтта донъя күрәсәк.
Дөйөм Рәсәй халыҡ иҫәбен алғандан һуң Рәсәй халҡы һаны һәм структураһы тураһында яңы мәғлүмәттәр билдәле буласаҡ. Тәүҙәрәк уны 2020 йылдың 1 октябренән 31-енә тиклем үткәреү планлаштырыла ине. Әле, коронавирусҡа бәйле, "Росстат" был кампанияны 2021 йылға күсереү тәҡдиме менән сыҡты.
ФОТО: https://vk.com/strana2020?z=photo-163591774_457241011%2Falbum-163591774_00%2Frev
Читайте нас: