Бөтә яңылыҡтар

Беҙ нисек еңдек?

Үргендә булған осрашыу, был бәйгелә нисек еңеүҙәре хаҡында Марат Хәлитов бәйән итә:

"Айыҡ ауыл" конкурсы...
Үргендә булған осрашыу, был бәйгелә нисек еңеүҙәре хаҡында Марат Хәлитов бәйән итә:

- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Яҡупов Ғәлим Миңлеғәли улы, Башҡарма комитет ағзалары Моратбаҡыев Фәнит Нәсип улы, Рамазанов Ринат Заһир улы, Үлмәҫбаева Тәнзилә Абдулла ҡыҙы, Башҡарма комитет аппараты етәксеһе Ишкин Заһир Зәкир улы, шулай уҡ БР Дәүләт комитетарынан белгестәрҙән торған делегация Үрген ауылы халҡы һәм райондың башҡа ауылдары башлыҡтары, ауыл старосталары, активы менән ауыл мәҙәниәт йортонда осрашыу үткәрҙе.
Тәүҙә улар ауыл урамдары буйынса үтте, фойела ҙур күргәҙмә менән танышты, һуңынан залда "Айыҡ ауыл" конкурсы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡа проекттары тураһында йәнле һөйләшеү булды. Осрашыуҙы Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов алып барҙы. Йыйылған халыҡҡа бигерәк тә «Арғымаҡ» этнотөркөмө етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Ринат Рамазановтың башҡорт телен үҫтереү тураһындағы сығышы оҡшаны. Уның ҡурайҙа башҡорт гимны "Урал"ды уйнауын барыһы ла аяғүрә баҫып тыңланы.
#ҡоролтай#ВсемирныйКурултайБашкир #ЗианчуринскийРайон #ЕйәнсураРайоны #нацпроект"здоровье" #АйыҡАуыл #ТрезвоеСело
Читайте нас: