Бөтә яңылыҡтар

Эйек буйы тал-тирәк… Сәүиә уйнатты бүләк!

“Ейәнсура таңдары”на яҙылыусылар араһында был юлы бүләктәр Эйек буйында уйнатылды Эҫе… Тын алғыһыҙ бөркөү… Ә йылға буйында – еләҫ… Бөтөн кеше һыу буйында ҡояштан ҡасып ятҡанда, беҙ – “Ейәнсура таңдары” гәзите хеҙмәткәрҙәре, 2020 йылдың икенсе яртыһына яҙылған тоғро дуҫтарыбыҙ араһында, дәртләндереү маҡсатында, Эйек буйында бүләк уйнаттыҡ. Уны матур итеп район мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәүиә Йәнсурина алып барҙы, ә ҡыҙҙар: Айгүзәл һәм Элина лототрондан квитанциялар сығарып, еңеүселәрҙе билдәләргә ярҙам итте.

“Ейәнсура таңдары”на яҙылыусылар араһында был юлы бүләктәр Эйек буйында уйнатылды
Эҫе… Тын алғыһыҙ бөркөү… Ә йылға буйында – еләҫ… Бөтөн кеше һыу буйында ҡояштан ҡасып ятҡанда, беҙ – “Ейәнсура таңдары” гәзите хеҙмәткәрҙәре, 2020 йылдың икенсе яртыһына яҙылған тоғро дуҫтарыбыҙ араһында, дәртләндереү маҡсатында, Эйек буйында бүләк уйнаттыҡ. Уны матур итеп район мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәүиә Йәнсурина алып барҙы, ә ҡыҙҙар: Айгүзәл һәм Элина лототрондан квитанциялар сығарып, еңеүселәрҙе билдәләргә ярҙам итте.
Приздарҙы беҙгә Башҡортостан Республикаһының “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто унитар предприятиеһы һәм беҙҙең спонсорҙарыбыҙ – район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, ауыл биләмәләре башлыҡтары: Сабит Фазлыев (Үтәғол), Даян Атнағолов (Муйнаҡ), Нурғәле Бикбулатов (Абзан), Илгиз Йылҡыбаев (Таҙлар), Фидан Йәркәев (Ҡаҙанболаҡ), Айҙар Ҡуланшин (Байыш), Илфат Аҡсурин (Үрген), Шәһит Ҡолмөхәмәтов (Байдәүләт) аҡсалата ярҙам күрһәтте, шәхси эшҡыуар Айтуған Дәүләтшин – 800 һәм 400 грамлы ике ҡап һалма, бишбармаҡ, туҡмастан торған 5 йыйылма, “Зенит” йәмғиәте етәксеһе Нәфис Мәсәғүтов – бер центнер бойҙай, “7 Я” КФХ-һы етәксеһе Гөлшат Имелбаева биш рулон бесән бирҙе. Шулай уҡ тоғро дуҫтарыбыҙ Ғилман Мөхәмәтйәнов һәм Кәрим Дәүләтшин аҡсалата ярҙам күрһәтте. Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Бүләк уйнатыуҙа еңгәндәр исемлеге:
Зилә Ҡунаҡҡужина (Иҫәнғол, Йәштәр урамы) – вентилятор, Азамат Вәлиев (Иҫәнғол, Мортазин урамы) – кофеварка, Альбина Ҡорбанаева (Иҫәнғол, Нефтяниктар урамы) – ҡапҡас япҡыс һәм ҡапҡастар йыйылмаһы, Фәрҙәнә Туҡаева (Ҡарабаш урамы) – кофе, Зөфәр Мусин (Түбәнге Муйнаҡ, Юнай урамы) – кухня үлсәүе, Зөлфиә Сабитова (Түбәнге Бикбирҙе, Үҙәк урам) – барбекю, Мәүлиҙә Ишкилдина (Иҫәнғол, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы) – пар үтеге, Гөлкәй Аҙнабаева (Үрге Бикбирҙе, Үҙәк урам) – сәғәт, Венера Юлдашбаева (Сирғол, Үҙәк урам) – поход йыйылмаһы, Хәйҙәр Аҙнабаев (Иҫәнғол, Ғафури урамы) – ҡоймаҡ ҡойғос, Илсур Төхвәтуллин (Күгәрсен ауылы, Комсомол урамы) – “Чистая линия” йыйылмаһы, Миңнегөл Мөҡсинова (Күгәрсен, Ямашлы урамы) – покрывало, Мөҙәрис Дәүләтшин (Сәғит, Тыныслыҡ урамы) – “СALAXI”сәй әҙерләү йыйылмаһы, Рәмилә Юлдыбаева (Яңы Павловка, С.Абдуллин урамы) – мосолман орнаменттары менән биҙәлгән сәйнүк, Гөлнур Зарипова (Иҫәнғол, Көнсығыш урамы) – батмус, Илдус Йылҡыбаев (Самаҙы, Кооператив урамы) – походҡа йөрөтөү өсөн газ плитәһе, Басир Ишеғолов (Абзан, Мәктәп урамы) – балыҡ әҙерләү өсөн барбекю, Әҙилә Назарова (Иҫәнғол, Пионер урамы) – ванна өсөн йыйылма, Шамил Хәсәнов (Яңы Себенле, Үҙәк урам) – миксер, Сәлиә Моратова (Иҫәнғол, Геология урамы) – газ сәйнүге, Рәмил Мырҙабулатов (Яңы Павловка) – ланчбокс, Әлиә Шахмөхәмәтова (Яңы Павловка) блендер отто.
Ә бына Самаҙы ауылының Йәштәр урамы 1-се һанлы йортта йәшәгән Гөлдәр апайҙың фамилияһы квитанция менән ҡапланған, “баева” тигән өлөшө генә ҡалған, ул үлсәгес отто. Туҡмастар йыйылмаһы (бишбармаҡ, туҡмас, һалма 800 һәм 400 грамлы) Абзан ауылынан – Фәниә Ғәйнуллина, Әлебайҙан – Сәлим Хәсәев, Иҫәнғол ауылы Йәшел урамынан – Рәис Хәлитов, Ҡужабаҡтан – Ришат Ғәниев һәм Бикбауҙан Зәбәржәт Урманбәтова өлөшөнә төштө. Бесәнде Иҫәнғолдан Г. Аҡъюлова (Төҙөлөш урамы) һәм Зүлиә Мусина (Парк урамы), Нәйлә Ныяҙғолова (Үтәғол), Динара Хәмитова (Яңы Павловка, Баҫыу урамы), Ләлә Хәмитова (Трушин, Йәштәр урамы) отто. Бойҙайҙы Өмбәттән Миңнур Сырлыбаева һәм Байдәүләттән Хәзирә Юлдашбаева (берәр тоҡ) алып ҡыуаныр. Ауылда ҡош-ҡорт аҫырағандарға бик һәйбәт булыр, моғайын.
Быйыл Зауыҡлы биләмәләр йылы булыуын иҫәпкә алып әҙерләгән суперпризыбыҙ – триммер – Гөлсиә Илтенбаева (Иҫәнғол, Күсәков урамы) өлөшөнә сыҡты!
Ҡотлайбыҙ еңеүселәрҙе! Яҙылығыҙ, йылына ике тапҡыр уҙғарылып торған бүләк уйнатыуҙарҙа ҡатнашығыҙ, дуҫтар! Әлбиттә, Һеҙ гәзитте бүләк өсөн алдырмайһығыҙ, шулай ҙа “Ейәнсура таңдары”на ҡушып бүләк тә алһағыҙ – икеләтә ҡыуаныс кисерерһегеҙ!
Бүләктәрегеҙҙе эш көндәрендә документтар: паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләре менән килеп алығыҙ.
Читайте нас: