2020 – Башҡортостанда зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә үтеүе һәр кемгә мәғлүм. Ошо уңайҙан МР хакимиәте тарафынан ойошма-предприятиелар, ауыл биләмәләре араһында иң төҙөктәрен билдәләү буйынса конкурс та иғлан ителде. “Ейәнсура таңдары” гәзите иһә уңған хужабикәләребеҙ араһында боронғо бәйгебеҙҙе иҫкә төшөрөп, “Ихатам тулы гөл-сәскә тирә-яҡҡа нур сәсә” конкурсы иғлан иткәйне. Унда районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарынан тиерлек 70-тән ашыу кеше ҡатнашты. Айырыуса Юнай, Үтәғол, Таҙлар, Ҡарғалы, Бикбирҙе, Байыш, Яңы Павловка, Иҫәнғол, Үрген, Ишемғол, Ибрай, Сәғит һ.б. ауылдарҙа йәшәүсе төркөмдәштәребеҙ әүҙемлек күрһәтте. Бәйге хужабикәләргә тәғәйенләнһә лә, унда ағайҙарҙың да ҡатнашыуына ихлас ҡыуандыҡ.
Бына, онлайн конкурсты йомғаҡлар мәл етте.Бәйге шарты буйынса еңеүселәр ЛАЙКтар һанына ҡарап билдәләнергә тейеш ине.
Шулай итеп, иң күп лайкка лайыҡ булды... Кем тип уйлайһығыҙ?
Күгәрсен ауылынан Сания Ҡолоева! Ул 426 “йөрәк” йыйҙы.
– Сәскәләр – тормош йәме. Уларҙы барыһы ла ярата. Сәскәләр урамдарҙы, баҡсаларҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмләй. Ә бүлмә гөлдәре ҡалай матур һуң! Донъяла гөл-сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡтыр. Сәскәләр – нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы. Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай.
Мин дә ишек алдымды, баҡсамды сәскәләрһеҙ күҙ алдына ла килтермәйем. Уларҙың төрлө-төрлөләрен үҫтерәм, – ти матурлыҡҡа ғашиҡ САНИЯ апай.
Ул 15 төрлө яран, 8 төрлө рауза, бәрхәт, хризантема, флокс, лилиә, петуния һ.б. сәскәләр үҫтерә икән.
Икенсе урынды 378 лайкка лайыҡ булған Рәйсә Кәримова (Иҫәнғол) алды. Уның ихатаһында бер буш урын күрмәҫһең, йәшелсә-емеш араһында ла сәскәләр һин дә мин үҫеп ултыра!
Унан саҡ ҡына ҡалышып, 330 “йөрәк”кә эйә булған Фәнүзә Яубаҫарова (Үтәғол) өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Афарин! Һеҙҙе еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ!
Бәйгелә ағайҙар ҙа ҡатнашыуын әйткәйнек. Онлайн бәйгелә улар ҙа “йөрәк”тәр һаны буйынса һис тә ҡалышманы. Юнайҙан Иҙрис ағай Аҡбутин – 187, Үргендән Абдулхаҡ Имелбаев 104 “йөрәк”ле булды! Улар – дәртләндереү бүләгенә лайыҡ! Афарин һеҙгә!
Еңеүселәрҙе редакцияла (7-се бүлмә) иҫтәлекле бүләктәр көтөүен әйтеп, һүҙебеҙҙе бәйгеселәребеҙҙең береһе – Таҙларҙан Әнзинә Дүшәнбаеваның теләктәре менән тамамлайбыҙ: “Хөрмәтле "Ейәнсура таңдары"! Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, тиҙәр. Шуға күрә, конкурста ҡатнашҡан апай-һеңлеләрҙең, өлкән Иҙрис ағайҙың сәскәләренә ҡарап эй һоҡланам, ҡыуанам. Күңелдәребеҙ гел шулай матурлыҡҡа ынтылһын, һау-сәләмәт булып, тормошто сәскәләр менән йәмләп йәшәйек!”
Пы.Сы. Онлайн конкурс еңеүселәренә тәғәйен бүләктәр 20 октябрҙә сәғәт 10-да тапшырыла. 7-се кабинетҡа рәхим итегеҙ!