Бөтә яңылыҡтар

Ярҙам көтөп ятмайҙар

#Трезвоесело2020#Айыҡауыл2020#ИҙәшауылыИҙәш ауылы ҙурайғандан-ҙурайып, яңы өйҙәр күтәрелеп, яңы урамдар барлыҡҡа килә. Был бик ҡыуаныслы хәл. Тимәк, ауылыбыҙҙың киләсәге булыуға өмөт бар. Һүҙем - ошо яңы урамдарҙын береһе - Күксә урамы тураhында.

#Трезвоесело2020
#Айыҡауыл2020
#Иҙәшауылы
Иҙәш ауылы ҙурайғандан-ҙурайып, яңы өйҙәр күтәрелеп, яңы урамдар барлыҡҡа килә. Был бик ҡыуаныслы хәл. Тимәк, ауылыбыҙҙың киләсәге булыуға өмөт бар. Һүҙем ошо яңы урамдарҙын береһе-Күксә урамы тураhында. Был урам бәләкәй генә булһа ла үҙенең матур өйҙәре, тырыш халҡы менән маҡтауға лайыҡ. Шулай булмай ни, заманса эшләнгән ике ҡатлы өйҙәр ҙә, ҙур иркен итеп инде бына күсәбеҙ тип ҡыуанышып төҙөлөп ятҡан йорттар, күбҽһҽ ошо урамда. Урам халҡының татыу, берҙәм булыуы hоҡландыра. Әле яңыраҡ ҡына бер ҡайҙан да ярҙам көтмәй, үҙҙәренең көсө, үҙҙәренең техникалары менән урамдарына таш түкте улар. Ысынын да маҡтауға лайыҡтар. Изге эш башҡарып ауылдаштарын ҡыуандырған ир-егеттәребеҙгә рәхмәт hүҙҙәре генә еткерәhе ҡала, эштәрегеҙҙең hауаптары насип булһын!!!
PS. Фотолағы күркәм өй Күксә урамында йәшәүсҽ Гөлназ hәм Илнур Ҡыуандыҡовтарҙыҡы. Ауылыбыҙҙың тырыш, егәрле ғаиләләренең береhе. Афариндар!!!
Луиза Ҡунаҡбаева.
Читайте нас: