Гәзиткә яҙылыу кампанияһы тамамланғас уҡыусыларыбыҙ араһында бүләктәр уйнатыу изге йолаға әүерелде. Быйыл да, 2021 йылдың тәүге яртыһына яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәреүсе дуҫтарыбыҙ араһында хужалыҡ-көнкүрештә бик кәрәкле булған шәп бүләктәр уйнатасаҡбыҙ!
Яҙылып өлгөрмәнегеҙме? Улайһа ашығығыҙ! Замандың үҙгәреп китеүенә бәйле, редакция йә почтаға килеп йөрөй алмайһығыҙ икән, беҙгә яҙығыҙ, 2-15-26 телефонына шылтыратығыҙ, ситтән тороп ҡына яҙылырға ярҙам итербеҙ! Үҙегеҙ ситтә йәшәп, өлкән йәштәге ата-әсәйегеҙ ауылда икән, уларҙың интернеты һәм аҡса күсерә алыу мөмкинлеге юҡлығын иҫәпкә алып, подписка бүләк итһәгеҙ, ярты йыл буйына гәзит алған һайын һеҙгә рәхмәт уҡыр! Ә үҙегеҙ иһә баҫмабыҙҙың электрон версияһына яҙыла алаһығыҙ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!