Бөтә яңылыҡтар

#Һөнәрлеләр_беҙҙең_арала

Ябай ғына туҡыма киҫәгенә тотош бер ырыу тарихын "яҙған "да ҡуйған Шәмсинур апай! Бында

Ябай ғына туҡыма киҫәгенә тотош бер ырыу тарихын "яҙған "да ҡуйған Шәмсинур апай! Бында үҫәргәндәрҙең тамғаһы - ҡойошҡан да бар, ҡоштары - Торна сырҡырауына ҡушылып, "Туҡсаба!" тип азатлыҡҡа әйҙәп, оран һалыуы ишетелгәндәй... 90 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Ейәнсура районының бөгөнгө картаһы ла бик оҫта төшөрөп ҡуйылған.
Райондың 90 йыллығына арнап, "Ейәнсура таңдары" гәзите редакцияһы иғлан иткән "Күңелем биҙәктәре-3" конкурсына тәғәйенләп сиккәйне был эште Үрген ауылынан Шәмсинур апай Ейәнбирҙина. Тик һәр кемгә мәғлүм сәбәптәр арҡаһында был бәйге үткәрелмәй ҡалды. Бына ошолай - фотоһын ғына һалырға булдыҡ. Әйткәндәй, һеҙҙең дә ошо конкурсҡа әҙерләнгән эштәрегеҙ булһа, фотоларын ебәрегеҙ!
Шәмсинур апай тураһында тулыраҡ гәзит биттәрендә һөйләрбеҙ, быуындан-быуынға күсеп, әле унда һаҡланған БИК ШӘП ҠОМАРТҠЫ менән дә таныштырырбыҙ.
Читайте нас: