Бөтә яңылыҡтар

Исемле йылда ҙур еңеү

14 декабрҙә Өфөлә, Башҡорт теле көнөндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән республика Башлығы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән тантанала йыл дауамында әүҙем эшләгән һәм уҙғарылған тематик конкурс еңеүселәрен бүләкләү һәм концерт булды. Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин милли мәғариф өлкәһендә ҡаҙанған уңыштары, башҡорт телен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә күрһәткән юғары эш һөҙөмтәләре өсөн иң яҡшы ун дөйөм белем биреү мәктәбе директорҙарын бүләкләне. Был исемлектә беҙҙең Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты ла (директоры Эльвира Ғәбделбарый ҡыҙы Садыҡова) бар.

14 декабрь – Башҡорт теле көнө
14 декабрҙә Өфөлә, Башҡорт теле көнөндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән республика Башлығы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән тантанала йыл дауамында әүҙем эшләгән һәм уҙғарылған тематик конкурс еңеүселәрен бүләкләү һәм концерт булды.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин милли мәғариф өлкәһендә ҡаҙанған уңыштары, башҡорт телен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә күрһәткән юғары эш һөҙөмтәләре өсөн иң яҡшы ун дөйөм белем биреү мәктәбе директорҙарын бүләкләне. Был исемлектә беҙҙең Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты ла (директоры Эльвира Ғәбделбарый ҡыҙы Садыҡова) бар.
Еңеүселәргә күп функциялы ҡорамал тапшырылды.
Был мәктәптәрҙә башҡорт телен, әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен популярлаштырыу буйынса проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла, уҡыусылары йыш ҡына башҡорт теле буйынса республика олимпиадаларында, конкурстарҙа, конференцияларҙа урындар яулай.
Беҙҙең башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла уңыштары менән һөйөндөрөп тора, йыл да башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың республика этабында призерҙар бирә. Үткән уҡыу йылында 9-сы класс уҡыусыһы Айзидә Йылҡыбаева (уҡытыусыһы Гөлбаныу Ирек ҡыҙы Исмәғилева) һәм 8-се кластан Айгүзәл Мөхәмәтйәнова (уҡытыусыһы Клара Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаева) республика кимәлендә еңеүгә өлгәшкән.
Афарин! Гимназия уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына тағы ла яңы еңеүҙәр, яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Айгөл Ҡылысбаева.
Читайте нас: