Бөтә яңылыҡтар

Кәбисә йылы тимәгеҙ...

Ф. Ишеғолова. Этҡол ауылы.Үҙе бәләкәй булһа ла,Бик ҙур булды язаһы.Ил өҫтөнә алып килдеМәңге уңалмаҫ ҡазаны. Йылдар исемен мәсхәрәләп,Ник “сысҡан” тип ҡушҡандар.Вирусын эйәртеп килгән“Сысҡан” – ҡәһәр һуҡҡҡандар!Дауамы сайтта.

“Кәбисә йылы тимәгеҙ…”
Үҙе бәләкәй булһа ла,
Бик ҙур булды язаһы.
Ил өҫтөнә алып килде
Мәңге уңалмаҫ ҡазаны.
Йылдар исемен мәсхәрәләп,
Ник “сысҡан” тип ҡушҡандар.
Вирусын эйәртеп килгән
“Сысҡан” – ҡәһәр һуҡҡҡандар!
“Сысҡан” сыҡҡан тишек яһап,
Иҙән таҡтаһын кимереп.
Сысҡан йылы яфаһынан
Өйҙә ултырам тилмереп.
Тарымаған урыны юҡ –
“Сысҡан” йөрөй йүрмәләп.
Ер йөҙөнән юҡ итәйек,
Көрәшәйек бергәләп.
Илем күтәрелде яуға
Юҡ итергә вирусты.
Көн-төн вахтала медиктар
Юҡ итергә тырышты.
Был ҡәҙерһеҙ вирус һаман
Эләкмәй бит тоҙаҡҡа.
21 еңеп сыҡһа,
Йөрөшөр инек ҡунаҡҡа.
91-ем тулғанда ла,
Саҡыра алмайым ҡунаҡ та.
Тешләүсе эт булмаһаҡ та,
Ауыҙ-морон бикләнде.
“Асыҡ ауыҙыңа – штраф” тип,
Ирегебеҙ ҙә сикләнде.
Ф. Ишеғолова. Этҡол ауылы.
Читайте нас: