Бөтә яңылыҡтар

Яҙыл да бүләк от!

“Ейәнсура таңдары” гәзите редакцияһы тарафынан уҙғарылған приз уйнатыуҙа 100 литр бензин отҡан еңеүсебеҙ Рузия Исмәғилева сертификатын алырға килде.

Матбуғат – 2021
“Ейәнсура таңдары” гәзите редакцияһы тарафынан уҙғарылған приз уйнатыуҙа 100 литр бензин отҡан еңеүсебеҙ Рузия Исмәғилева сертификатын алырға килде.
“Балаларыма Яңы йыл бүләге булыр! Һәр береһенең автомобиле бар, 18 йәшлек ҡыҙым да уҡып, машина йөрөтөүгә таныҡлыҡ алды инде. Ғәббәс ауылынан Мәзиткә килен булып төшкәндән алып, бер тапҡыр ҙа район гәзитенә яҙылмай ҡалғаным юҡ. Яңы йыл алдынан квитанциялар һалынған йәшник шығырым тулы ине, нышып-нышып, саҡ этеп төшөрҙөм. Бүләк оторға теләүселәр күп булған икән. Ун йылдар элек тә бүләк отҡайным мин, бына бит, далан булғас, тағы бәхет йылмайҙы”, – ти ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан Рузия апай. Хаҡлы ялда булһа ла, бер ҙә пенсияла тип әйтмәҫһең уны. Биш балаға ғүмер биреп, тормош иптәше менән аяҡҡа баҫтырып, инде уларҙың ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәй. Тик үкенес, тормош иптәше бик иртә был яҡты донъяларҙан киткән.
Ә бензин бер кемгә лә артыҡ түгел, етмәһә, бушлай! Беҙҙең коллектив та Рузия Исмәғилеваның шатлығын уртаҡлаша, ә кемдәр “Ейәнсура таңдары”на яҙылып та бүләк отмаған, һис борсолмағыҙ! Гәзитебеҙҙе, интернеттағы социаль селтәрҙәрҙе күҙәтеп барығыҙ. Беҙ унда гәзитебеҙҙе алдырыусылар араһында уйындар үткәрәбеҙ һәм иҫтәлекле бүләктәр уйнатабыҙ!
Еңеүселәргә мөрәжәғәт итәбеҙ. Бүләктәрегеҙҙе һуңламай ғына 1 февралгә тиклем килеп алығыҙ, һуңынан улар бирелмәйәсәк.
Редакция.
Читайте нас: