Cәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы
Хәрәкәттә – бәрәкәт. Cәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Был мәҡәлдәр республикала Cәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы бара барған саҡта бигерәк тә көнүҙәк.
Яңыбай ауыл биләмәһендә һәр йыл һайын 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап, гүзәл заттар араһында волейбол ярышы ойошторолоп тора. Быйыл да Ҡужанаҡ мәктәбе спорт залында байрам уңайынан сираттағы волейбол турниры уҙҙы. Ярышта Яңыбай, Ярғайыш,Ҡужанаҡ һәм Үтәғол биләмәһенән Иҙәш ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары үҙ-ара көс һынашты. Уйын бик ҡыҙыу һәм дәртле барҙы. Был көсөргәнешле ярышта 1-се урынды Иҙәш командаһы алды, ярғайыштар – икенсе, ҡужанаҡтар – өсөнсө, яңыбайҙар – дүртенсе урында. Афарин барығыҙ ҙа!!!
Был матур сараны ойоштороусы Яңыбай ауылы биләмәһе башлығы Фәһим Булат улы Хужәхмәтовҡа, уйынсыларҙы ихлас ҡаршы алған Ҡужанаҡ командаһына һәм матур, мул итеп байрам табыны әҙерләп, сәйгә саҡырған Альберт һәм Лена Йәнсуриндарға, уларға ярҙам итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Киләһе йылдарҙа ла яңы көс, яңы дәрт менән осрашырға яҙһын!
Әлиә Ҡәҙербаева. Ярғайыш ауылы.