9-11 апрелдә К. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы Бөтә донъя фольклориадаға арналған балаҫ һуғыу оҫталарының 1-се асыҡ форумы үтте. Сараға республиканың төрлө төбәктәренән оҫтабикәләр, Сибай, Бөрө, Салауат ҡалаларынан, Архангель, Ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил, Ейәнсура һәм Баймаҡ райондарынан бөтәһе 45 ашыу ҡатнашыусы килгән ине. Форумда беҙҙең районды Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге уҡытыусыһы Әлиә Рәшит ҡыҙы Ямғурова күрһәтте. Һәм Ваҡытҡа балаҫ һуғыу бәйгеһендә Әлиә Рәшит ҡыҙы 2-се урын яуланы. Афарин! Тағы ла еңеүҙәр юлдаш булһын!!!