ҒӘБДЕЛХАҠ ҠӘҘЕРБӘКОВ тәҡдим иткән шифалы балдарҙы уйнатыуҙа 1-се урын алған
ФӘЙРҮЗӘ БИКМӨХӘМӘТОВА бүләген килеп алды һәм үҙенең изге теләктәрен, рәхмәттәрен Ғәбделхаҡ ағайға еткерҙе. “Рамаҙан айында бик изге эш башҡарған. Сауаптарын насип итһен! Әле бына туй үткәрергә торабыҙ, Алла бирһә сәк-сәк бешергәндә бал бик кәрәк буласаҡ! Бер ҙә отҡаным юҡ ине, еңермен тип уйламағайным да”, – тип ҡыуанып ҡайтып китте.