"Айыҡ ауыл -2021" конкурсына әҙерлек бөгөн башлана!

Шунда уҡ конкурста ҡатнашҡан, финалға сыҡҡан ауыл-ҡасабаларҙың тормошон һүрәтләгән, йәнә министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.

  • “Айыҡ ауыл – 2021” конкурсына әҙерлек бөгөн башлана! –
    тине активистар
    “Айыҡ ауыл-2020” бәйгеһе былтыр август айында башланды һәм быйыл 8 апрелдә “Торатау” Конгресс-холында йомғаҡлау тантанаһы булды. Был сарала икенсе йыл рәттән ҡатнашҡанлыҡтан, сара йылдан-йыл киң йәйелеү алыуын әйтеп үтмәй булмай. 2019 йыл еңеүселәрен билдәләү тантанаһында республика етәксеһе Радий Хәбиров приз фондын ун тапҡырға артырыу тураһында әйтеп үткәйне. Быйыл шуның шаһиты булырға тура килде. “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсында еңеүселәр бәләкәй, урта һәм ҙур ауылдар категорияларына бүленеп, конкурс дипломдарына һәм өсәр ауыл беренсе, икенсе, өсөнсө урын яуланы, бишәр, өсәр, икешәр миллион һум сертификатҡа лайыҡ булды. Еңеүселәр был аҡсаларҙы ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә йүнәлтәсәк. Быға “Айыҡ ауыл-2019” еңеүсеһе булған Башҡорт Үргене асыҡ миҫал. Ауылдың йөҙө үҙгәрҙе һәм һаманда ауылды төҙөкләндереү өҫтөндә эштәр алып барыла, ә ҡалғаны ауыл халҡының үҙенән тора.
    Былтыр конкурста 464 ауыл ҡатнашҡайны, ә быйыл был конкурста 2114 ауыл ҡатнашып, 54 ауыл республика этабына үтте һәм шуның ун икеһе генә һайлап алыу турын үттеп, байрам тантанаһына саҡырылды.
    Беҙҙең Иҙәш ауылы был ун икеләр иҫәбенә инмәһә лә, “Иң йырлы ауыл” номинацияһында еңеү яулап, “Геой әсәйҙәр” ансамбле байрам тантанаһына саҡырылды һәм сәхнәнең түрен биҙәп, республика кимәлендә герой әсәләр булараҡ та танылыу алды. Улар махсус призға – бәйгенең Дипломына лайыҡ булды һәм балалар фольклор ансамбле өсөн костюмдар менән бүләкләнде.
    Шулай уҡ “Айыҡ ауыл” район бәйгеһен ойоштороп, республика кимәленә лайыҡлы конкурсанттар сығарған, рухи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов РФ Дәүләт Думаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
    Был сарала башҡаларынан айырмалы иң отошлоһо – стратегик сессия булды минеңсә. Еңеүселәрҙе билдәләй торған көндө “Торатау” Конгресс- холына Башҡортостандың төрлө төбәктәренән активистар талпынышып килде. Улар “Айыҡ ауыл” конкурсын йомғаҡлау сараһы сиктәрендә стратегик сессияла ҡатнашты һәм район хакимиәт башлыҡтары, Ҡоролтай рәйестәре менән бергә “Идеаль айыҡ ауыл моделен” төҙөнө. Был “Идеаль айыҡ ауыл образын төҙөү” барыһының да күңеленә хуш килде, сөнки ысынтылап, ең һыҙғанып эшкә кереште айыҡ ауыл өсөн көрәшеүселәр. Айыҡ ауыл ниндәй булырға тейеш? Унда ниндәй саралар үтергә тейеш? Киләһе йылғы конкурстарҙа ниндәй положениелар, ниндәй талаптар булырға тейеш? Ниндәй кретерийҙарҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа? Шулай уҡ республиканың иң айыҡ ауылы булыу өсөн уның халҡына ниндәй сифаттарға эйә булырға һәм ниндәй күләмдә эштәр башҡарылырға тейеш. Ошондай һорауҙарға форумда ҡатнашыусылар бергәләп яуаптар эҙләне, ә сараны шулай оҫта итеп бизнес-тренер, коуч Ғабдулла Хәмитов һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, контроль иҫәп комиссияһы ағзаһы Наил Юнысов алып барҙы. Стратегик сессияла 20 “түңәрәк өҫтәл” артында кеше һаны15-тән дә кәм булманы. Сараның шарты “Идеаль айыҡ ауыл образын төҙөү” буйынса һәр бер өҫтәл үҙҙәренең проекттарын яҡлап, үҙҙәренең уй-хыялдары менән таныштырып һәр бер өҫтәл концерт номеры бүләк итергә тейеш ине. Улар барыһы ла ошо конкурста ҡатнашып, ике йылда ярайһы ғына тәжрибә туплап өлгөргәндәр инде. Улар төрлө-төрлө һорауҙарға яуап эҙләп, был шарттарҙы береһенән-береһен уҙҙырып үтәне, үҙҙәренең тәжрибәләренән сығып, киләһе йылғы конкурстарҙы камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе, ауылды тергеҙеүсе проекттарҙы атаны. Стратегик сессия барышында айыҡ тормош алып барыу өсөн көрәш алымдары хаҡында ғына түгел, шулай уҡ ауылдарҙы йәнләндереүгә йүнәлтелгән тәҡдимдәр яңғыраны. Халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, яңы эш урындары булдырыу, төҙөкләндереү эштәрен йәйелдереү тураһында тәҡдимдәр яңғыраны. Был стратегик сессияла ҡатнашыусылар башҡа райондарҙан килеүселәрҙең тәжрибәһен өйрәнде, айыҡлыҡ өсөн көрәштә яңы алымдар хаҡында фекер алышты. Шулай уҡ уларҙың һәр береһе – үҙе бер талант эйәһе булып, йырсыларҙың, шиғыр һөйләүселәрҙең, тел өҫталарының сығышына һоҡланмау мөмкин түгел ине.
    - Был бәйгенең иң мөһиме – ауыл халҡының бер уйлы, бер
  • фекерле булыуҙары, ойошҡан рәүештә сәләмәт тормош өсөн көрәшеүҙәре, киләсәк хаҡында борсолоуҙары. Ауылдар яҙмышы өсөн яуаплылыҡты иңегеҙгә алыуығыҙ – үҙе еңеү, оло мәртәбә, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.
    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева стратегик сессия тураһында:
    – Стратегик сессия, тәү сиратта, ойоштороусылар һәм ҡатнашыусыларҙың берҙәм тәҡдимдәрен ишетеү өсөн кәрәк. Бергәләп уйлашып, конкурсты артабан нисек камиллаштырыу юлдарын эҙләйбеҙ. Тәҡдимдәр, уңышлы тәжрибәләрҙе иҫәпкә алып, конкурс Положениеһын, баһа кретерийҙарын үҙгәртеү ҙә планлаштырыла.– тине.
    Ауылының киләсәге өсөн битараф булмағандар, әлбиттә, бөгөндән ең һыҙғанып был конкурста ҡатнашырға әҙерләнә, сөнки шундай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай.
    Читайте нас