Шулай итеп, "Тирмәкәй" балалар баҡсаһында барған "Йыл тәрбиәсеһе - 2021" бәйгеһе тамамланды. Көн дауамында эшләгән баһалама ағзалары ҡарарын иғлан итте. Һөнәри бәйгелә ҡатнашыусларҙы, призерҙарҙы район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, мәғариф бүлеге начальнигы Рәйлә Иҙелбаева, мәктәпкәсә тәрбиә буйынса методист Регина Аллаярова тәбрикләне, кескәйҙәр йыр-бейеүҙәр бүләк итте.
Шулай итеп, беренсе урынға һәм "Йыл тәрбиәсеһе-2021" исеменә Абзан ауылының "Миләш" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лилиә Марҡабаева, икенсе урынға Иҫәнғолдоң "Ләйсән" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лилиә Юланова һәм өсөнсө урынға Иҫәнғолдоң "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе И. Прокофьева лайыҡ булды. Афарин! Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!