Мартта райондың дөйөм белем биреү, өҫтәмә белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында муниципаль район хакимиәте һәм Башҡортостанстаттың Иҫәнғолдағы айырымланған бүлексәһе тарафынан “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – 2020. Киләсәкте үҙебеҙ булдырабыҙ” тип исемләнгән иншалар бәйгеһе уҙғарылды.
Уның маҡсаты булып уҡыусыларға халыҡ иҫәбен алыуҙың маҡсатын, бурыстарын, мөһимлеген еткереү, был сараның ни өсөн уҙғарылыуын төшөндөрөү ине.
Ҡатнашыусылар ике төркөмдә билдәләнде:
7-нән 10 йәшкә тиклемге балалар; 11-ҙән 14 йәшкә тиклемге балалар. Баһалама ағзалары һәр эште ентекләп тикшерҙе. Сөнки иншаны грамоталы һәм дөрөҫ итеп яҙыуҙан тыш, теманың эстәлеген дөрөҫ итеп асып бирергә кәрәк ине.
Һөҙөмтәлә беренсе төркөмдә 1-се урынды Иҫәнғол 1-се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Юлдаш Шаһисолтанов алды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Иҙәш мәктәбенән Диана Ураҡаева һәм Регина Мортазина алды.
11-14 йәштәгеләр араһында беренсе урынды Абзан мәктәбенән Айтуған Тимербулатов һәм Трушин мәктәбенән Раян Юлсанов бүлеште.
Икенсе урында Абзан мәктәбе уҡыусыһы Альбина Ишеғолова.
Өсөнсө урынды Иҙәш мәктәбенән Ғәзим Мөхәмәтйәнов алды.
Әйтергә кәрәк, Иҙәш һәм Абзан мәктәптәре уҡыусылары бәйгелә айырыуса әүҙемлек күрһәтте, был уларҙың үҙҙәренең ижади һәләттәрен асыу теләге менән яныуҙары тураһында һөйләй.
11 майҙа Ейәнсура районыныда Бөртә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса уполномоченный Нәркәс Ҡылысбаева Иҙәш мәктәбе еңеүселәрен ҡотланы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ҡалған еңеүселәр һәм ҡатнашыусылар “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһында билдәләнәсәк.