Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте

15 майҙа Өфөлә ВДНХ-ла “Ғаилә ҡиммәттәре – 2021” VI Республика Фестивале үтте.Беҙҙең райондан унда күп балалы Фәрит һәм Рәмилә Аллабирҙиндар, Илгиз һәм Гөлсиә Ваһаповтар ғаиләһе лә ҡатнашты.

15 майҙа Өфөлә ВДНХ-ла “Ғаилә ҡиммәттәре – 2021” VI Республика Фестивале үтте.
Быйыл фестиваль “Шөғөлө булған ғаилә – уңышлы ғаилә” исеме аҫтында уҙҙы.
Сараның ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһы ата-әсәләре һәм педагогтары ассоциацияһы – Башҡортостан Башлығы гранты еңеүсеһе.
Фестивалдең программаһы бик бай булды: ғаиләләр үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуҙары, шөғөлдәре тураһында һөйләнеләр, оҫталыҡтары менән бүлештеләр, түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаштылар һәм бүләкләү тантанаһында ҡатнаштылар.
Беҙҙең райондан унда күп балалы Фәрит һәм Рәмилә Аллабирҙиндар, Илгиз һәм Гөлсиә Ваһаповтар ғаиләһе лә ҡатнашты.
Читайте нас