Көйөргәҙе районында Ҡурайсыларҙың 5-се асыҡ район бәйгеһе үтте. Унда беҙҙең район егете 24 йәшлек Рушан Ҡәҙербаев Гран-при яуланы. Сара яҡташтары, талантлы ҡурайсы Альберт Юлдыбаевтың яҡты иҫтәлегенә арналды.
Бәйгелә Көйөргәҙе, Федоровка, Ейәнсура, Күгәрсен райондарынан һәм Күмертау, Өфө ҡалаларынан 5 ансамбль һәм 27 солист ҡатнашҡан.
Рушанды ҡотлайбыҙ һәм тағы ла яңы үрҙәргә үрләүен, ижади уңыштар теләйбеҙ!