Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғәте ойошторған "Өләсәйем әкиәттәре" онлайн-конкурсында шулай уҡ башҡорт гимназия-интернатының 3-сө класс уҡыусылары ла ҡатнашып, еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Етәкселәре: башланғыс кластар уҡытыусыһы Тимермуллина Гөлнара Шаһибал ҡыҙы, йыр уҡытыусыһы Тоҡомбәтов Фәнүр Ғайса улы. Был әкиәтте сәхнәләштереүҙә ата-әсәләр ҙә ҙур ярҙам күрһәткән. "Берҙәмлектә- көс!" тип тә әйтелә халҡыбыҙҙың ташҡа баҫҡан һүҙҙәрендә.
Артабан да уңыштар юлдаш булһын!