Оҫта ҡулдар, һеҙҙең өсөн! Бер үк ситтә ҡалмағыҙ!

3-10 июлдә республикабыҙҙа үткән IV Халыҡ-ара Фольклориадаға арнап, төркөмдәштәр араһында милли кейемдәге ҡурсаҡтар бәйгеһе иғлан итәбеҙ.

Арабыҙҙа оҫта ҡулдар бихисап: кемдер - оҫта бәйләй, икенселәр килешле итеп тегә, бәғзеләр иһә сигергә ярата. Уларҙың күптәре, моғайын, ҡурсаҡтарға ниндәй ҙә булһа милли кейем теккәне, йә биҙәнеү әйберҙәре эшләгәне барҙыр. Республикабыҙҙа бер аҙна дауам итәсәк IV Халыҡ-ара Фольклориадаға арнап иғлан иткән конкурсыбыҙ ана шундай төркөмдәштәр өсөн.
Шарттары былай:
1. Ҡурсағығыҙҙың ниндәй милләт кейемендә булыуы мөһим түгел, әммә уның кейеме йәки милли биҙәүестәре һеҙҙең ҡул эше булырға тейеш.
2. Ҡурсаҡты фотоға матур, яҡты фонда (обои, ватман, плед һ.б.) төшөрөгөҙ.
3. Төркөмөбөҙгә "Предложить новость"ҡа фотоны (фотоларҙы) ҡуйып, башҡарыусының исем-шәрифен, йәшен һәм ҡайҙан икәнлеген яҙығыҙ.
Бәйге 3 июлдән башланып, 10-ына тиклем дауам итә. Ошо бер аҙна эсендә килгән эштәр араһынан еңеүсене 11 июлдә асыҡ тауыш биреү юлы менән билдәләрбеҙ. Еңеүсене шәп бүләк - ҠУРСАҠ көтә!
Оҫта ҡулдарға уңыштар теләйек!
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас