

Хоҙайым, үҙемә бирмәгән бәхетте балаларыма бир!
2004 йылда дүрт балаһын алып, апаһы менән еҙнәһе ҡайтып төшә һәм улар менән бергә төпләнәләр. Бөгөн улар балаларын башлы-күҙле итеп, үҙҙәре Ҡардигәндә донъя ҡороп йәшәй. Сайераның ата-әсәһе икеһе лә 1939 йылғы була, хаҡлы ялға сығып, балаларын тәрбиәләшеп, аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә, тик дүрт йыл элек – атаһы, үткән йыл әсәһе мәрхүм була. “Диндар кешеләр булдылар, аят-сүрә уҡып, доға ҡылып ултырҙылар”, – тип һағынып иҫләй уларҙы Сайера. Үҙе лә ата-әсәһенә ҡушылып: “Эй, Хоҙайым, миңә бирмәгән бәхетте балаларыма бир!” – тип теләй.