+16 °С
Облачно


Был хәл кисә, киске һигеҙҙәр тирәһендә, Учалы - Ҡолош юлының 6-нсы км була. БР буйынса ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, ВАЗ-2107 машинаһының 55 йәшлек водителе хәүефле тиҙлек менән бара, һөҙөмтәлә юл ситенә төшөп китә һәм түңкәрелә.
Водитель үҙе лә, пассажиры ла "ашығыс ярҙам" килгәнсе, йән бирә.
Төркөмдәштәр, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙмайыҡ, тиҙлекте арттырмайыҡ! Үҙебеҙҙе һәм туғандарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!