Ғәрәсәтле булды бөгөнгө көн

Зыян күргән йортЗыян күргән йорт
Зыян күргән йорт

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика буйынса баш идаралығы хәбәр итә

22 июлдәге насар һауа торошо, шул иҫәптән секундына 24 метрғаса көслө ел һөҙөмтәһендә, ҡыйыҡтар зыян күргән. Шулай Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылының Үҙәк урамында урынлашҡан мәктәп ҡыйығының 130 кв.м майҙаны (дөйөм майҙаны 1700 кв м) емерелгән. Дәүләкән районы һәм ҡалаһында - өс , Ауырғазы районында ике шәхси йорт ҡыйығы зыян күргән.

Өфө ҡалаһында ағастар ҡолау осраҡтары буйынса 32  мөрәжәғәт булған.

Шаҡшала һәм Нуғай ҡасабаларында иһә йәшен һуғыу һөҙөмтәһендә торлаҡ йорттар янып киткән.

 

 

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас