Быйыл Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында 135 кеше батып үлгән

Быйыл Башҡортостанда 135 кеше батып үлгәнБыйыл Башҡортостанда 135 кеше батып үлгән
Быйыл Башҡортостанда 135 кеше батып үлгән

"Уларҙың 15-е - балалар", тип хәбәр итә Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Батып үлеүселәрҙең күбеһе иҫерек булған. Фажиғәләр башлыса рөхсәт ителмәгән һыу инеү урындарында теркәлгән.

Кисә ҡотҡарыусылар эҙләүгә бирелгән 31 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен Йылы күленән тапҡан. Был турала Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ул һыу төбөндә алты метр тәрәнлектә һәм ярҙан 20 метр алыҫлыҡта табылған. Ҡотҡарыусылар йәш ҡатындың кейемдә булыуын билдәләй.

Һуңғы тапҡыр йәш ҡатынды Өфөнөң Йылы күле эргәһендә 23 июль кис күргәндәр, ә 24-е уның юғалыуы тураһында белдергәндәр. Эҙләүҙә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ҡатнашҡан. Хәҙер асыҡланыуынса, ул 31 йәшлек Эльвира Рәхимова (Быстрова) булып сыҡҡан.

Йәш кешене үлемгә еткергән хәл-сәбәптәр тикшерелә.

Автор:Гульшат Имельбаева
Читайте нас