Хоҙай һаҡлаһын!

Инйәрҙә - ҡот осҡос дауыл... 

Хоҙай һаҡлаһын!Хоҙай һаҡлаһын!
Хоҙай һаҡлаһын!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә... 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Белорет районының Инйәр ауылында көслө дауыл үткән.

Ошо сәбәпле урындағы халыҡ утһыҙ ҡалған, электр бағаналарында сымдар өҙөлгән, хатта үҫеп ултырған ағастар тамырынан аҡтарылған. Дауыл шулай уҡ ауылдың күп социаль объекттарына, шәхси йорттарға ҙур зыян килтергән. 15-20 минут самаһы ҡоторған дауыл дауахананың, юл ремонт-төҙөлөш идаралығы бинаһының ҡыйыҡтарын ҡутарып ташлаған, мәктәп ҡыйығы ла зыян күргән, тип хәбәр ителә.

"Һәләк булғандар һәм зыян юҡ. Ваҡиға республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан контролгә алынды", - ти ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Гульшат Имельбаева
Читайте нас