+12 °С
Облачно


Грузин сәйе тәмле була,
Эсһәң йүкә бал менән.
Ҡара-ҡаршы ултырып ҡына,
Йәнең һөйгән йәр менән.
Эй, эсәһең өрөп-өрөп,
Ат(ы)лып тирҙәр сыҡҡансы ла,
Таҫтамалдарҙы һыҡҡансы,
Самауырҙы йыҡҡансы.
Тирләп, бешеп сәй эсмәгәс,
Сәй эсеү буламы ни ҙә?
Ең һыҙғанып эшләмәгәс,
Унан эш буламы ни?
Эй, тульский аҡ самауыр,
Баллы, майлы өҫтәлеңдә.
Үҙе бит бер оҙон ғүмер
Тирләп бер сәй эскәнең.