

"Мин һәм спорт" фотобәйгеһендә иң кескәйҙәрҙән алып, өлкән йәштәгеләргә тиклем ҡатнаша ала. Шарттары бик ябай. Төркөмдәштәребеҙ араһында һайлаған һөнәренә, биләгән вазифаһына, сәләмәтлек торошона ҡарамаҫтан, ниндәй ҙә булһа спорт төрөн үҙ итеп, уның менән даими шөғөлләнгән, ярыштарҙа ҡатнашҡан, уңыштарға өлгәшкән райондаштарыбыҙ бихисап. Шулай уҡ ярыштарға сыҡмаһалар ҙа, үҙҙәренең сәләмәтлеге өсөн теге йәки был спорт төрөнә (скандинавса йөрөү, волейбол, теннис, йүгереү һ.б.) өҫтөнлөк биреүселәр етерлек. Маҡсатыбыҙ - уларҙың өлгөһөндә башҡаларҙы ла әүҙем тормошҡа ылыҡтырыу.
Пы.сы. Тәүге булып, башлап китеү һәр ваҡытта ла ауыр. Быны яҡшы беләбеҙ һәм аңлайбыҙ. Шуға ла иң тәүге ҡатнашыусыбыҙға махсус дәртләндереү бүләге лә әҙерләгәнбеҙ! Әйҙәгеҙ, төркөмдәштәр, әүҙемерәк!