Ейәнсурала шахмат турниры үтте

Абзан ауылында үткән турнир Миҙхәт Зиннәт улы Байназаров иҫтәлегенә арналды.

Унда Яңыбай, Байыш ауыл биләмәләре шахматсылары, Абзан мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Судьялыҡты Миҙхәт Аҫылбаев алып барҙы.
Ярыш башланыр алдынан у М. Байназаровтың педагогик һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге иҫкә алынды, Абзан ауылының иң көслө шахматсыларының береһе Рифҡәт  Аҫылбаевты иҫтәлекле юбилейы – 65 йәше тулыуы менән Абзан ауыл биләмәһе башлығы Нурғәле Бикбулатов, Иҫәнғолдан шахмат ярышының бағымсыһы Юлай  Аҡбашев, Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Миҙхәт Аҫылбаев ҡотлап үттеләр. Уға шулай уҡ район ветерандары ойошмаһы рәйесе Нәзирә Кәримованың да ҡотлау папкаһы тапшырылды, Абзан мәктәбе уҡыусыларынан да ҡотлау сәләмен ҡабул итте юбиляр. Шунда уҡ Юлай Сафа улы мәктәп коллективына ике ҡап компьютерҙа йыйыу ҡағыҙҙарын бүләк итте, М. Байназаров исеменә шахмат ярыштарын киләсәктә лә дауам иттерәсәге тураһында уҡыусыларға хәбәр итте.
Турнир түңәрәк әйләнәһе системаһы буйынса үтте. Уҡыусылар араһында иң күп мәрәй йыйнап Әмирхан Вәлиев еңеүсе булды. Икенсе урында – Айсыуаҡ Вәлиев булһа, 3-сө урынды тигеҙ мәрәй йыйнаған Илгизәр Ҡылысбаев менән Нәфис Бикбулатов бүлеште. Ҡыҙҙар араһында 1-се һәм 2-се урындарға Аҫылбаева Гөлдәр менән Ишеғолова Вилена сыҡты.
Тәжрибәле шахматсылар араһында 1-се урынды Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән ҡасабаһынан килгән ҡунаҡ Басир Шәһивәлиев алды. Икенсе урынды Сирғол ауылынан Шәкир Хәсәнов яуланы, 3-сө урын Абзан ауылынан Барис Мәһәҙиевҡа бирелде.
 Сығанаҡ: muzei.zia@yandex.ru

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас