"Көмөш Уҡсы" – Башҡортостанда!

“VI Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостанда 37 илде берләштерҙе” медиакейсы 2022 йылда “Халыҡ-ара коммуникациялар” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды.

“VI Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостанда 37 илде берләштерҙе” медиакейсы 2022 йылда “Халыҡ-ара коммуникациялар” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды.

2022 йылдың 16 –17 февралендә Рәсәй Йәмәғәт палатаһында иң яҡшы проекттар  кейстары исем туйы ойошторолдо. Заявка биреү кампанияһы йомғаҡтары буйынса премияға 13 номинацияла 348 проект дәғүә итә. Премияның шорт-лист исемлегенә Рәсәй төбәктәренән 85 проект, шул иҫәптән беҙҙең Башҡортостандыҡы ла ингән.

Беҙҙең Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының медиакейсы Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарған ваҡытта тәүге тапҡыр халыҡ-ара республика event-ының 50 илдең социаль селтәрҙәренә һәм медиаларына берләшеүе хаҡында. 2022 йылда премияға дәғүә итеүселәр һәм номинанттар араһында етди конкуренция булды.  Финалда “Газпром”, “Рәсәй тимер юлдары”, Һаҡлыҡ банкы, “Сибур”, “Ростех” һәм башҡаларҙың PR-командалары ҡатнашты. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы вәкиле Мәскәүҙә ойошторолған проект яҡлауҙы уңышлы үтте – Медиакейс юғары баһа алды.

Беҙҙең дуҫ командаға эштәре өсөн ҙур рәхмәт!

Белешмә: "Көмөш Уҡсы" премияһы 1997 йылда Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Рәсәй Журналистар союзы, йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса Рәсәй ассоциацияһы тарафынан булдырылған, быйыл ул үҙенең 25 йыллығын билдәләй. Ошо ваҡыт  эсендә бәйгелә илдең бөтә төбәктәренән биш меңдән ашыу проект ҡатнашты.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас