#БиблиотекиЗианчуры
#ЕйәнсураКитапханалары
#Яныбаевскаясельскаябиблиотека
#ДеньзащитниковОтечества
#Ватандыһаҡлаусыларкөнө
#Шахматтурниры
Шахмат уйыны бөтөн донъяға таралған аҡыл көсө, зирәклек талап иткән сәмле уйындарҙың береһе. Ул уйлау, фекерләү ҡеүәһен арттыра, хәтерҙе яҡшырта.
Тарихи алыҫ быуаттарға тоташҡан был уйын бөгөнгө компьютер, гаджеттар донъяһында ла популярлығын юғалтмаған һәм күптән халыҡ-ара спорт төрө тип танылыу яулаған.
23 февраль көнө Яңыбай ауыл мәҙәниәт йортонда, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Йәгеҙ әле, егеттәр" исемле шахмат турниры үтте. Йыл һайын үткәрелә килгән был уйын инде күптән матур йолаға әүерелгән. Ярышта Үтәғол, Абзан, Байдәүләт, Яңыбай ауыл биләмәләренән йыйылып 10 кеше көс һынашты. Уйын ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барҙы. Көслөләр араһында иң-иңде билдәләү еңел эш булманы, һәр мәрәй өсөн алышта бер кем дә һыр бирергә теләмәне. Шулай ҙа тәрән аҡыл, йылдар буйы тупланған тәжрибә үҙенекен итте: беренсе урынға Байдәүләт ауыл биләмәһенән Шәкир Хәсәнов 1-се урын, Абзан биләмәһенән Борис Мәһәҙиев 2-се урын, Рифҡәт Аҫылбаев 3-сө урынга лайыҡ булдылар. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла афарин тип, рәхмәт әйтәһе килә! Сара еңеүселәргә дипломдар һәм ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу менән тамамланды. Байрамығыҙ менән, егеттәр!
Яңыбай ауыл китапханасыһы Ҡәҙербәкова Ә. Ғ.