

Унда ҡәләм тибрәткән һәр кем ҡатнаша ала. Бәйгеселәрҙән район тормошон, халҡын һүрәтләгән уҡымлы мәҡәләләр, очерктар, интервьюлар, репортаждар көтөп ҡалабыҙ.
Шарттары – үтәрлек. Беренсенән, һүрәтләнәсәк шәхес, ваҡиға беҙҙең ерлеккә бәйле булырға тейеш. Фотоның сифатлы булыуы мотлаҡ! Һайлап алыу мөмкинлеге булһын өсөн бер нисәү булһа тағы ла яҡшыраҡ. Күләме – сикле: компьютерҙа (Times New Roman, 12 Пт) баҫылған ике биттән артмаһын.
Бәйге эштәрен 31 августҡа тиклем Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 9 адресы буйынса йәки zori32@yandex.ru электрон адресына ебәрә алаһығыҙ. “Бәйләнештә” сайтындағы рәсми төркөмөбөҙгә лә ебәрергә мөмкин. “Конкурсҡа” тип яҙырға онотмағыҙ.