Бөтә яңылыҡтар

“Аманат”лы электросамокат – Ейәнсурала!

Ейәнсура районының Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары 11 апрель көнө ҙур тантанаға йыйылды. Баш ҡалабыҙҙан түҙемһеҙлек менән көткән ҡунаҡтарыбыҙ – «Аманат» журналы хеҙмәткәрҙәре килде. Бер-бер артлы ҙур-ҙур еңеүҙәр иғлан ителде. Тулыраҡ сайтта.

“Аманат”лы электросамокат – Ейәнсурала!
“Аманат”лы электросамокат – Ейәнсурала!

Ейәнсура районының Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары 11 апрель көнө ҙур тантанаға йыйылды. Баш ҡалабыҙҙан түҙемһеҙлек менән көткән ҡунаҡтарыбыҙ – «Аманат» журналы хеҙмәткәрҙәре килде. Бер-бер артлы ҙур-ҙур еңеүҙәр иғлан ителде: «Башҡортостан беҙҙән башлана» ижади конкурсында еңеүсе 9-сы синыф уҡыусыһы, “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе Вәсилә Хәкимоваға, «Халыҡ–ара туған телдәр» онлайн–бәйгеһе еңеүсеһе Йәмил Күсәковҡа Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырылды.
Иң тулҡынландырғыс мәл етте. Барыһының да күҙе, залдың уртаһындағы ҡунаҡтар алып килгән ҙур ҡумтала. Уның эсендә тағы ла ҡиммәтлерәк бүләк – ЭЛЕКТРОСАМОКАТ! Эх, кемгә тәтер икән ул бәхет?!. Бындай ҙа ҡиммәтле әйбер кемдең өлөшөнә төшөр?.. Шатлыҡлы ла тулҡынландырғыс та тынлыҡ дауам итә!

Журналдың яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова «Аманат» журналының “Яҙыл да бүләк от!” бәйгеһе тураһында һүҙен дауамлап, ниһайәт еңеүсене иғлан итте! Ул – 7–се “Б” синыфы уҡыусыһы Ишморат Зарипов ине. Баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов, ҙур бүләкте тапшырған ваҡыттағы уҡыусының ҡыуаныу хис–тойғоһон һүҙ менән генә әйтеп-аңлатып бөтөп булмай. Ошо мәлдә уҡыусы менән бергә бөтөн донъя ҡыуанғандай булды! Нәҡ ошо минутта унан да бәхетле кеше юҡ ине. Ишморат мәктәп коридорында бөтөн гимназия уҡыусылары алдында электросамокатта йөрөп күрһәтте. “Их, мин дә отһам икән шундай шәп бүләкте!” тигәнерәк ҙур теләк һәр уҡыусының күҙендә яна ине.
Бүләкле көндөң икенсе өлөшө тантана залында дауам итте. Уҡыусыларыбыҙ ҡәҙерле ҡунаҡтарға, гимназия сәхнәһен шаулатып, йырлы–бейеүле матур концерт бүләк итте. Оҙон юлдан килгән ҡунаҡтарға ял “күстәнәсе” ярап ҡалды.


Артабан тағы ла ҡыҙыҡлы мәлдәр көткән икән. «Аманат» журналы хеҙмәткәрҙәре менән уҡыусылар яҡындан танышты. Журналда эшләгән апай-ағайҙар бик мауыҡтырғыс итеп һөйләй, үҙҙәре ябайҙар, шаяртып та алалар. Йәнле аралашыу ниндәй күңелле! Викторина һорауҙарына балалар әүҙем яуап биреп, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды. Гимназия уҡыусыларының «Аманат» журналын даими алдырыуҙары, уҡыуҙары, яҡын дуҫ булыуҙары күренде. Бына бит, гәзит–журнал уҡыған балалар бөтөн яҡлап үҫешкән һәм күңелдәре лә матур була шул!


Хөрмәтле гәзит–журналда эшләгән рухи байлыҡ таратыусылар, рәхмәтебеҙ Һеҙгә сикһеҙ! Рухи ҡанаттарҙы үҫтереүгә ҙур көс һалаһығыҙ. Ҙур рәхмәт! Ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, матур эшегеҙҙә ижади уңыштар теләйбеҙ!


P.S. Ишморатты тәрбиәләгән бер туған апаһы Айгөл һәм еҙнәһенең ҙур рәхмәттәре был тантанала шатлыҡ йәштәре аша әйтелде. Бәйгелә еңеп, ҙур бүләкте нәҡ уларҙың ҡустылары отоуына сикһеҙ ҡыуандылар.
Клара Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаева,
Ейәнсура районының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының юғары категориялы уҡытыусыһы.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: