Бөтә яңылыҡтар

Тырышлыҡтары бушҡа китмәне

20 сентябрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһында “Йәйләү” республика художестволы кейеҙ фестиваль-конкурсы уҙғайны. Райондың йәш рәссамдары  “Дала көйө” ҡупшы кейеҙ костюмдар коллекцияһын тәҡдим итте. Һәм, ниһайәт, конкурстың һөҙөмтәһе билдәле булды.

Тырышлыҡтары бушҡа китмәне
Тырышлыҡтары бушҡа китмәне

С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең “Моделләү, кейем дизайны” класы уҡытыусыһы Гөлфиә Вәлитова үҙенең уҡыусылары  менән “Кейеҙ костюм” номинацияһында лайыҡлы рәүештә 2-се дәрәжәле лауреат булды.

Ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың уҡытыусылары Гөлфиә Хәлил ҡыҙын ҡотлайбыҙ! Беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм киләсәктә еңеүҙәр көтөп ҡалабыҙ!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: