Яңы йылды һәр бала түҙемһеҙләнеп көтә. Күптәре маскарадҡа костюм әҙерләйҙер, моғайын. Ә магазиндарҙа уларҙың ниндәйе генә юҡ! Ҡайһы саҡта шыршы тирәләй бер иш кейектәр, "Үрмәксе-кешеләр" әллә күпме йыйылып китә торған. Ә бына ҡул йылыһын, күҙ нурҙарын һалып үҙең әҙерләгән костюм үҙенсәлекле һәм берәү генә буласаҡ.
Шулай итеп, “Яңы йыл ҡунағы” тип аталған конкурсҡа үҙегеҙ әҙерләгән маскарад костюмындағы балаларҙың фотоларын көтөп ҡалабыҙ. Иң-иңдәргә урындар һәм номинацияларҙа бүләктәр әҙерләнгән. Фотобәйге ҡышҡы каникул тамамланғансы дауам итә.
Уҡыусылар, әгәр бөтә һәләтегеҙҙе, оҫталығығыҙҙы, фантазияғыҙҙы һалып, байрам кәйефе тыуҙырырҙай стена гәзите эшләһәгеҙ - иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫһығыҙ! Иң сағыу, бай йөкмәткеле стенгазета эшләүсе өс класты татлы приздар көтә.
Һеҙ Яңы йылды ниндәй теләктәр менән ҡаршылайһығыҙ, уға ниндәй өмөттәр бағлайһығыҙ? Ошо хаҡта
"Йылғыр йылан етеп килә,
Ағыуын сәсмәҫ микән?"
тигән ике юллыҡты дауам итеп, шиғыр ижад итегеҙ. Иң йөкмәткеле шиғыр авторҙарын беҙҙән бүләктәр көтә.