Иҫкәрмә: һорауҙарға яуап биргәндә озаҡ уйланып ултырма, тиҙ-тиҙ генә: "эйе" (2 балл), "ҡайһы берҙә" (1 балл) һәм "юҡ" (0 балл) яуаптарын ҡуйып сыҡ.
1. Осрашыуҙарҙы тулҡынланып, түземһеҙләнеп көтөп алаһыңмы?
а) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юҡ.
2. Берәй йыйылышта, осрашыуза сығыш яһарға кушһалар, борсолаһыңмы?
а) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юҡ.
3. Табипҡа һуңғы сиктә мөрәжәғәт итәһеңме?
а) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юк.
4. Таныш булмаған ҡалаға командировкаға барырға ҡуштылар, ти. Төрлө һылтауҙар табып, "сәйәхәткә" сыҡмаҫҡа тырышасаҡһыңмы?
а) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юҡ.
5. Кем менән булһа ла кисерештәрең менән уртаҡлашырға яратаһыңмы?
а) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юк.
6. Урамда берәйһе ярҙам, (юл күрһәтеүегеҙҙе, сәғәт нисә икәнен) һорап мөрәжәғәт итһә, асыуланаһыңмы?
а) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юҡ.
7. "Ата-әсәләр һәм балалар" проблемаһы барлығына, ғөмүмән, төрлө быуын кешеләренең бер-береһен ауыр аңлауына инанаһыңмы?
а) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юҡ.
8. Танышыңа һиңә бурысын ҡайтарырға кәрәклеген иҫкәртергә оялаһыңмы?
а) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юҡ.
9. Кафела, ашханала әсегән аш-һыу килтерһәләр, өндәшеп тормай, асыу менән ситкә этәреп кенә ҡуяһыңмы?
а) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юҡ.
10. Ят кеше менән япа-яңғыҙ тороп ҡалһаң, беренсе булып һүҙ ҡушырға тартынаһыңмы? Ул һөйләшә башлаһа ла ҡыйынһынаһыңмы?
а) эйе; 6) ҡайһы берҙә; в) юҡ.
11. Магазинда, китапханала йә кинотеатрҙа булһынмы, оҙон сиратта тороуҙы нисек кисерәһең? Боролоп, сығып китәсәкһеңме, әллә сиратың еткәнен көтәсәкһеңме?
а) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юҡ.
12. Бәхәсле шарттарһы тикшереүселәр конфликт комиссияһында ҡатнашырға ҡурҡаһыңмы?
а) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юҡ.
13. Әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған ижадтарҙы үҙ ҡарашындан сығып баһалайһыңмы?
а ) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юҡ.
14. Яныңда икәү нимә тураһындалыр бәхәс ҡора, әммә хаталы ҡарашталар. Темаһы яҡшы таныш булһа, уларҙы бүлдереп, һөйләшеүҙәренә ҡушылаһыңмы?
а) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юҡ.
15. Хеҙмәттәшеңдең йә бергә уҡыған дуҫыңдың берәй нәмәне аңлатыуыңды һорап килеүе һиндә асыу уятамы?
а) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юҡ
16. Үҙ ҡарашыңдыңды (фекеренде, баһанды) һөйләп биреүгә ҡарағанда яҙыуҙы оҡшатаһыңмы?
а) эйе; б) ҡайһы берҙә; в) юҡ.
Балдарҙы туплайык:
30-31 балл. Ауыр аралашыуың йөҙөңә сыҡҡан. Бынан үҙең дә, яҡындарың да яфа сигә. Төркөм менән башҡарылған эш мәлендә һиңә ышаныуы ауырыраҡ. Тимәк, үҙ өҫтөндә күберәк эшлә, алсаҡлығыңды үҫтер.
25-29 балл. Үҙ эсеңә йомолғанһың, һөйләшеп бармайһың. Дуҫтарың да күп түгел, сөнки яңғыҙлыҡты яратаһың. Эш алмаштырыу, яңы бәйләнеш булдырыу кәрәклеге килеп сыҡҡанда юғалып ҡалмаһаң да, йәнең тыныслыҡ тапмай. Характерыңдың был үҙенсәлеген яҡшы беләһең, тимәк, уны еңергә генә кәрәк.
19-24 балл. Күпмелер кимәлдә алсаҡһың, ят мөхиттә лә юғалып ҡалмайһың. Яңы проблемалар һине ҡурҡытмай. Шулай за кешеләр менән ауырыраҡ уртаҡ тел табаһың, төрлө бәхәстәрҙә теләр-теләмәҫ кенә ҡатнашаһың. Уларҙың бөтәһе лә хәл ителерлек, тырыш.
14-18 балл. Ҡыҙыҡһыныусанһың, әңгәмәләшеңде түҙемлек менән тыңлай, кәрәк урында матур итеп үҙ фекереңде еткерә беләһең. Осрашыуҙарға асыҡ күңел менән бараһың. Шулай ҙа шау-шыулы компанияларзан ҡасаһың, оҙаҡ һөйләүселәрҙе яратмайһың.
9-13 балл. Етерлек кимәлдә алсаҡһың, хатта ҡайһы саҡта самаһыҙ күп һөйләйһең. Ниндәй мәсьәлә булһа ла үҙ фекереңде әйтеп ҡалырға, яңы кешеләр менән танышырға яратаһың. Иғтибар үҙәгендә булыу ҙа оҡшай һиңә. Ҡулыңдан килмәһә лә, гел ярҙам итергә әҙерһең. Кәңәш: аҙ ғына түҙемле бул.
4-8 балл. Компанияның үҙәгендәһең, һәр ваҡыт бөтәһе буйынса ла хәбәрҙарһың. "Өҫтән генә йөҙһәң дә”, барлыҡ бәхәстәрҙә ҡатнашырға тырышаһың. Ә бына етдирәк тема буйынса бәхәстән ҡасыу яҡлыһың. Ошо арҡала етәксең, хеҙмәттәштәрең һиңә шик-шөбһә менән ҡарай.
3 һәм унан да түбәнерәк балл. Алсаҡлығың ауырыу сигенә еткән.
Саманан тыш күп һүҙлеһең. Һиңә ҡағылышы булмаған эштәргә ҡыҫылаһың. Проблеманың асылына төшөнмәйенсә, ғәйепһеҙҙе ғәйепләргә тотонаһың. Үҙең теләмәһәң дә, йыш кына конфликт тыуҙыраһың. Шунлыҡтан өйҙәгеләргә лә, эштәгеләргә лә һинең менән уртаҡ тел табыу, аралашыу ауырға тура килә. Нимә кәңәш итергә? Иң тәүҙә түҙемлегең, тотанаҡлылығың өҫтөндә эшлә. Кешеләрҙе, айырыуса уларҙың фекерен хөрмәт итергә өйрән.