Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
4 Сентябрь 2017, 14:50

МӘҒАРИФ ӨЛКӘҺЕНДӘГЕ ӨҪТӨНЛӨКЛӨ БУРЫСТАР

Район мәғариф бүлеге начальнигы Рәйлә Иҙелбаева белем биреү усаҡтарының әҙерлеге, 2017-18 уҡыу йылында көтөлгән инновациялар тураһында һөйләй.

Тиҙҙән белем усаҡтары балаларҙың шат тауыштарына күмелер. Яңы уҡыу йылы башланыуын хәбәр итеп, ҡыңғырауҙар зыңлар. Ә ул яңылыҡтарға бай булмаҡсы. Район мәғариф бүлеге начальнигы Рәйлә Иҙелбаева белем биреү усаҡтарының әҙерлеге, 2017-18 уҡыу йылында көтөлгән инновациялар тураһында һөйләй.
– Белем биреү усаҡтарының яңы уҡыу йылына әҙерлеген нисек баһалайһығыҙ?
– Башлыса улар әҙер. Трушин мәктәбенең спорт залында, Иҫәнғолда “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында капиталь ремонт тамамланып килә. Ф. Солтанов исемендәге мәктәп коридорында ағартыу-буяу эштәре башҡарылды, аҙыҡ-түлек блогында ремонт тамамлана. Барлыҡ уҡыу бүлмәләрендә штукатурлау, ағартыу, буяу, жалюзи ҡуйыу, йылытыу системаһын йүнәтеү кеүек эштәр теүәлләнде. Бында ата-әсәләрҙең әүҙемлеген билдәләү мөһим.
“Башҡортостан Республикаһының ауыл ерендә физик культура һәм спортты үҫтереү” программаһы буйынса тамаша залын спорт залы итеп үҙгәртеү буйынса эш бара. Әле иҙән түшәмәһен эшләү, өҫтәлмә яҡтылыҡ, йылытыу системаһы үткәреү буйынса эш башҡарылған. Артабан спорт йыһаздарын һәм снарядтарын монтажлау көтөлә.
– Мәктәп йөҙөн уҡытыусы билдәләй. Райондың педагогик хеҙмәткәрҙәренә һан һәм сифат буйынса тулыраҡ ҡылыҡһырлама бирһәгеҙ ине…
– Бөгөнгә райондың белем биреү системаһында бөтәһе 957 хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән 445 педагогтың 412-һе уҡытыусы. Юғары белемле уҡытыусылар 92,1 процент тәшкил итә.
– Мәктәптәргә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса ниндәй эш башҡарыла?
– Муниципаль белем биреү системаһы йыл һайын йәш белгестәрҙе үҙ сафына ҡабул итә. Әйтәйек, 2014-15 уҡыу йылында – 3, 2015-16-ла – 4, былтыр 4 белгес килде. Әммә проблема ҡала килә, ҡайһы бер предметтар (математика, физика, химия, рус теле) буйынса уҡытыусылар етешмәй. Мәғариф өлкәһенә талантлы йәштәрҙе йәлеп итеү, педагог һөнәренең абруйын, социаль әһәмиәтен күтәреү, белем биреү сифатын яҡшыртыу – бөгөнгө мөһим бурыстар. Педагогик юғары белемле йәштәрҙе белем биреү системаһына йәлеп итеү генә етмәй, уларҙы шунда еректереү ҙә мөһим. Йәш уҡытыусыларға финанс, социаль яҡтан ярҙам итеү йәһәтенән өҫтәлмә саралар кәрәк. Ошоно иҫтә тотоп, төбәк һәм муниципаль кимәлдә йәштәрҙе мәктәпкә йәлеп итеү өсөн төрлө программалар ҡабул ителә. Мәҫәлән, республика кимәлендә “Йәш уҡытыусы” гранты булдырылған, муниципаль кимәлдә “Йәш педагог” статусына эйә булыусыға бер тапҡыр пособие түләнә.
– Балалар баҡсаһы. Уға сират мәсьәләһе бөгөн нисек хәл ителә?
– Кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһына урынлаштырыу фәҡәт электрон система ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Мәғариф бүлеге методисы ата-әсәнең (законлы вәкилдең) ғаризаһы нигеҙендә, ғәмәлдәге норматив-хоҡуҡи акттарҙы иҫәпкә алып, документтарҙы махсус журналда теркәлеп барыусы сиратҡа ярашлы ҡабул итә. Ҡабул ителгән ғаризалар теркәлә, мәғлүмәттәр банкын тулыландыра. Уларҙы эшкәрткән саҡта балалар льготалы категорияға ҡараймы, дөйөм нигеҙҙә ҡабул ителәме – шуларға иғтибар бирелә. Артабан льготанан файҙаланыусылар ғариза биреү датаһына ҡарап сиратҡа ҡуйыла, бында федераль кимәлдәге льготаға эйә булыусыларға өҫтөнлөк бирелә. Улар артынса муниципаль кимәлдә льготаһы булғандар килә. Бында ла теркәлеү датаһына иғтибар бирелә. Бына шулай, һәр йәш категорияһында сират булдырылып, балаларға баҡсанан урын бүленә. Ҡағиҙә булараҡ, ағымдағы йылдың 1 июнендә урындар бүленә башлай һәм 1 сентябрҙә тамамлана. Әммә төркөмдәрҙә урын барлыҡҡа килеүгә ҡарап, уҡыу йылы барышында ла урын бирелергә мөмкин. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына 1,5-тән 7 йәшкәсә балалар ҡабул ителә. Иҫәнғолда “Ләйсән” балалар баҡсаһы асылғандан алып районда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сират бөттө.
– Быйыл 1-се класҡа нисә бала киләсәк?
– Яҡынса 425 ҡыҙ һәм малай килмәксе.
– Яңы уҡыу йылында ниндәй яңылыҡтар көтөлә?
– Быйыл финанс ғилеме дәрестәре барлыҡҡа киләсәк. РФ Финанс министрлығы һәм Бөтә донъя банкының был проекты йәмғиәт белеме, математика, ОБЖ, тарих, география сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Уҡыусылар аҡсаны дөрөҫ тотонорға өйрәнәсәк, кредит төрҙәрен беләсәк, төрлө пенсия тупланмаһы системаһы менән танышасаҡ.
Бынан тыш башланғыс мәктәптәр өсөн мотлаҡ тикшереү эштәре буласаҡ. 2016 йылдан Берҙәм ҡағиҙә буйынса контроль эштәрҙе 1-4 класс уҡыусылары, 2017 йылдан башлап барлыҡ уҡыусылар тапшырасаҡ. Тикшереүҙең маҡсаты – балаларҙың әҙерлеген баһалау, белемендәге “аҡ таптар”ҙы асыҡлау.
Төп дәүләт имтихандарында (ОГЭ, элек ГИА) үҙгәрештәр бар. РФ мәғариф министры Ольга Васильева Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында хәбәр итеүенсә, туғыҙынсы кластар 2017-18 уҡыу йылында элекке һымаҡ мотлаҡ рус теле һәм математиканан, йәнә үҙе теләгән өс фәндән имтихан бирәсәк. Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса тәү тапҡыр телдән дә бирәсәктәр. 5 фәндән дә имтихандарын уңышлы биргәндәр генә аттестат аласаҡ. Ул ғына ла түгел, имтихан баһалары аттестаттағы йомғаҡлау билдәләренә йоғонто яһаясаҡ.
Берҙәм дәүләт имтиханының (БДИ) яңы моделдәре эшләнде. Рус теле һәм математика буйынса БДИ материалдарында кәмселектәр бөтөрөлә. Химия, физика, биология буйынса имтихан эштәрендә тест булмаясаҡ.
Быйылдан башлап балаларға физкультуранан билдә ГТО тесты һөҙөмтәләренә ҡарап ҡуйыласаҡ. ГТО комплексы нормативтарын алтын, көмөш, бронза билдәләренә тапшырыу физкультуранан “бишле”гә тиң булырға мөмкин. Дөрөҫ әйтәһегеҙ, районда белем биреү сифатын күтәреүгә айырыуса иғтибар бирелә. Яңы уҡыу йылында профиль фәндәр буйынса өҫтәмә уҡытыуҙы 11-се кластар өсөн генә түгел, 9-сы класс уҡыусылары өсөн дә ҡулланырға ниәтләйбеҙ.
Республика, шул иҫәптән беҙҙең район былтырғы уҡыу йылынан башлап математика, физика, химия фәндәре буйынса “Мин БДИ тапшырам” Бөтә Рәсәй проектында ҡатнаша. 2017-18 уҡыу йылы был проект өсөн һуңғыһы булмаҫ. Буласаҡ 11-се класс уҡыусылары уның турала белә. Улар ҙа проектҡа әүҙем ҡушылырҙар, тип уйлайбыҙ. БДИ-ны үткәреү барышы йылдан-йыл ҡәтғиләшә. Беҙ хәл-торош бер аҙ үҙгәрер, тип көтәбеҙ.
– Рәйлә Айҙар ҡыҙы, август конференцияһы – йомғаҡ яһау, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге лә. Яңы уҡыу йылы алдынан ниндәй саралар планлаштырыла?
– Мәғариф стратегияһы булдырыла, уҡыу йылына бурыстар ҡуйыла. Яңы уҡыу йылы алдынан барлыҡ фәндәр буйынса уҡытыусылар, педагог-психологтар, өҫтәлмә белем биреү педагогтары менән район методик берләшмәләре ултырыштары көтөлә, унда һәр педагогтың, һәр белем биреү учреждениеһының эшенә ентекле анализ яһаласаҡ.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт. Эшегеҙгә – бәрәкәт!
Читайте нас: