Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
10 Ноябрь 2017, 16:15

ХЫЯЛДАРҘЫ ЕЛКӘН ИТЕП

Әгәр һин ҡыҙыҡһыныусан булһаң, күпте белерһең, тип әйткән Сократ. Нимә-нимә, бына шул ҡыҙыҡһыныусанлыҡ беҙҙең күп уҡыусыларға етмәй. Ә бына Элина Ҡәйепҡолова уҡып ҡына ҡалмай, ә үҙенең ҡыҙыҡһыныусан булыуы менән алыҫҡараҡ киткән.

Әгәр һин ҡыҙыҡһыныусан булһаң, күпте белерһең, тип әйткән Сократ. Нимә, нимә, бына шул ҡыҙыҡһыныусанлыҡ беҙҙең күп уҡыусыларға етмәй. Ә бына Ишемғол ауылында тыуып-үҫеп , урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған һәм әлеге көндә Ырымбур дәүләт университетының 2-се курсында уҡыған Элина Ҡәйепҡолова уҡып ҡына ҡалмай, ә үҙенең ҡыҙыҡһыныусан булыуы менән алыҫҡараҡ киткән. Буш ваҡыттарында, бик ҡыҙыҡһынып, үҙҙәренең уҡыу йортонда урынлашҡан үҙәктә япон телен дә өйрәнә, балсыҡтан әүәләүҙе лә үҙләштерә, пионервожатыйҙар курсын да үтә, хатта университетта үткәрелгән сараларҙа волонтерлыҡ менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. 2017 йылдың апрелендә кеше менән тиҙ уртаҡ тел таба белгән, аҡыллы, уңған ҡыҙ бик ҡаты һынауҙар үтеп, физика факультетының иң көслө биш студенты иҫәбенә ингән һәм Хиросиманың Йәйге мәктәбендә уҡыу бәхетенә ирешкән. Элинаның инглиз һәм япон телдәрен белеүе лә бик ярҙам иткән. Әлбиттә, әлегә ул япон телендәге 50 000 иероглифтың 1,5 меңен генә белә, шуға лаул өйрәнгәндәре менән генә сикләнергә уйламай. Японияла улар математика, химия, геология, астрономия, биология һәм, әлбиттә, физиканан инглиз телендә лекциялар тыңлай.
– Бигерәк тә Хиросима университетының лабораториялары һәм бүлексәләре буйлап уҙғарылған турҙар күңелемә яҡын булды. Лекциялар профессорҙарҙың телмәрен тыңлау ғына түгел, ә уйын һәм тәмле приздар менән оҙатылып барған йәнле аралашыу булыуы менән оҡшаны. Тағы ла, математиканың геометрик этюдар һәм япондарҙың традицион сәнғәте – оригами (ҡағыҙҙы бөкләп төрлө фигуралар эшләү) менән бергә аралаштырып үткәрелеүе ҡыҙыҡһыныу уятты, – ти Элина, үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Был сәйәхәт-уҡыуҙың иң иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларының береһе булып 100 мең кеше ғүмерен алып киткән Хиросима фажиғәләренә 72 йыл тулыуға арнап үткәрелгән сара тора. Унда ҡатнашыусылар ил етәкселегенең сығыштарын тыңлай, ошо фажиғәнән тере ҡалғандар менән осраша, һәйкәлгә сәскәләр һала, донъяның Мемориал музейында була. Сәйәхәт шул тиклем ваҡиғаларға бай була, хатта уларға тәүлегенә 3-4 сәғәт кенә йоҡо эләгә. Был Хиросималағы Йәйге Мәктәптәге уҡыуҙар, һәйбәт традицияға әйләнеп, яҡшы уҡыған студенттар өсөн 2013 йылдан бирле эшләп килә, ә Ырымбур университеты үҙ сиратында ошо йылдың сентябрендә Хиросима университетының студенттарын ҡабул итә.
Киләсәктә
физика-математика фәндәре докторы булырға маҡсат ҡуйған ҡыҙ, теүәл фәндәргә
һөйөү уятҡаны һәм ошо профессияны һайларға ярҙам иткәне өсөн физика уҡытыусыһы
Илдар Миншәрип улы Ғайсинға оло рәхмәтле. Һуғышһыҙ ҙа йәшәргә була һәм йәшәргә кәрәк, атом оҫта ҡулдарҙа тыныслыҡ
өсөн ҡулланылырға тейеш, ти ул. Ҡыйыу, уңған ҡыҙҙың хыялдары тормошҡа ашыуын һәм
һәр ваҡыт шулай позитив ҡарашлы булып ҡалыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: