Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
17 Ноябрь 2017, 17:23

ДАНЛЫ ҺӨНӘРГӘ ЭЙӘ

“Үҙем уҡытып сығарған уҡыусыларҙың балаларын уҡытам хәҙер“, – ти йылмайып Буранғол башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Филүзә Хәмитова.

“Үҙем уҡытып сығарған уҡыусыларҙың балаларын уҡытам хәҙер“, – ти йылмайып Буранғол башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Филүзә Хәмитова. 1983 йылда юғары педагогик белем тураһында диплом алыу менән Филүзә Ҡорманғәли ҡыҙы йәш быуынға белем бирә башлай һәм бөгөн дә хеҙмәт итеүен дауам итә. Уның тырыш хеҙмәте БР Мәғариф министрлығы һәм район мәғариф бүлеге тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Гел яҡты йөҙлө, ипле һүҙле уҡытыусы ата-әсәләр менән һәр саҡ килешеп, балалар өсөн матур һәм йөкмәткеле саралар уҙғара, ныҡышмалылыҡ һөҙөмтәһендә төрлө кимәлдәге конкурстарҙа беренсе урындар алғандар. Уның класында заманса бар уңайлыҡтар ҡаралған, ҡотло һәм йәмле бүлмәлә уҡыусылар үҙҙәрен яҡлаулы, хәстәрлекле тоя һәм тырышып уҡый, ижади һәләттәрен үҫтерә.
Филүзә Ҡорманғәли ҡыҙы алдынғы комбайнер, механизатор Рафаил Шәһәрғәзе улы менән күркәм ғаилә ҡорған, өс бала тәрбиәләп үҫтереп,барыһына ла юғары белем биргәндәр, өләсәй-ҡартай булыу бәхетенә ирешкәндәр. Хәмитовтар ғаиләһе Бикбау ауыл биләмәһендә күп тапҡырҙар “Өлгөлө ғаилә” номинацияһында еңгән.
Филүзә Хәмитованы районыбыҙ илһөйәрҙәре исемлегенә ышаныслы рәүештә индерергә мөмкин, йәшлеген, талантын балалар тәрбиәләүгә биргән, маҡсатлы йәшәгән уҡытыусы тыуған ерендә файҙа килтереп йәшәүе менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Читайте нас: