Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
7 Декабрь 2017, 18:48

"БӨРКӨТТӘР" ЕҢДЕ

Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатында "Алтын тирмә" уйыны үтте.

Башҡортостан дәүләт телевидениеһында күрһәтелгән «Алтын тирмә» уйынын күптәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп бара. Унда ҡатнашҡан төрлө район, ҡалаларҙан килгән командаларҙың сығыштары, ихлас уйындары бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Күптән түгел үҙебеҙгә лә ошо уйында ҡатнашыу мөмкинлеге тыуҙы. Тик Өфөлә түгел, ә үҙебеҙҙең башҡорт гимназия-интернатының уҡыу залында. Бындағы уйын тағы ла мауыҡтырғысыраҡ, күңеллерәк булды. Сөнки үҙебеҙҙең гимназия уҡыусыларының дәррәү хуплауы, ҡул сабып баһалауҙары уйынға икенсе төҫ, йәм бирҙе. Был сараны гимназия китапханасыһы Нурия Ҡунысбаева, 10 класс уҡыусылары һәм гимназияла практика үтеүсе Гөлсәскә Дәүләтбаева үткәрҙе. Гөрләп үткән матур был тамашаны улар Рәсәй кимәлендә билдәләнелә башлаған оло ваҡиғаға – Башҡортостан автономиялы республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арнаны. 9-сы, 11-се класс уҡыусыларын туплаған «Башҡорттар» һәм «Бөркөттәр» командалары тәүҙә үҙҙәре менән таныштырҙы. Ә һуңынан инде ҡыҙыу уйын башланды.
Халыҡ шағиры Мостай Кәрим үҙенең билдәле шиғырында:
Башҡортостан картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына.
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына, – тиһә лә,
Башҡортостан Рәсәй тигән оло илдең йөрәге булып тора. Үҙенең иҡтисады, мәҙәниәте менән алдынғы рәттә бара. Тарихыбыҙ сал, әҙәбиәтебеҙ олпат беҙҙең. Шуға ла оло ғорурлыҡ менән республикабыҙ үткәненә, бөгөнгөһөнә күҙ һалдыҡ.
Командалар Башҡортостандың әҙәбиәте, мәҙәниәте, тарихы, тәбиғәте, теле буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Тыуған төйәгебеҙ Ейәнсураға ҡағылышлы һорауҙар командаларҙы сәмләндереп ебәрҙе. Тамашасыларҙың көслө ҡул сабыуҙары аҫтында еңеүсе – «Бөркөттәр» командаһы китаптар менән бүләкләнде. «Башҡорттар» командаһы киләһе йылға календарь алып ҡыуанды. Милли рухлы, тарихыбыҙҙы, йола-традицияларыбыҙҙы, йәнтөйәгебеҙҙе яҡшы белгән, мәҙәниәтебеҙ, әҙәбиәтебеҙ менән ҡыҙыҡһынған уҡыусылар уҡый гимназиябыҙҙа. Алдағы көндәрҙә лә республикабыҙҙың оло юбилейына арналған саралар көтә беҙҙе. Уларҙа әүҙем ҡатнашып, уҡыуҙа һынатмай, гимназистар исеменә тап төшөрмәй ҡаршыларға иҫәбебеҙ 1919 йылда үтәсәк Башҡортостаныбыҙ байрамын.
Читайте нас: