Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
19 Декабрь 2017, 18:33

БЕЛЕМ ДОНЪЯҺЫНА СӘЙӘХӘТ

“Тамсыҡайҙар” әҙерлек төркөмө мәктәпкә экскурсияға барҙы.

Иҫәнғолдоң “Ләйсән” балалар баҡсаһы яҡындағы Ф. Солтанов исемендәге мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә. Ошо хеҙмәттәшлек сиктәрендә әҙерлек төркөмөнә йөрөүсе кескәйҙәрҙе белем усағы менән таныштырыу изге йолаға ингән. Был юлы ла йоланан ситкә тайпылманыҡ – “Тамсыҡайҙар” әҙерлек төркөмө менән мәктәпкә экскурсияға барҙыҡ.
Беҙҙе мәктәптең башланғыс кластарҙа уҡытыу буйынса мөдире Ләйсән Аҙнабаева ҡаршыланы. Кескәйҙәр уҡыу бүлмәләрен, парта артында ултырған уҡыусыларҙы күрҙе, шулай уҡ медицина бүлмәһе, спорт залы, ашхана менән танышты. Экскурсия аҙағында коридорҙа урын алған төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, кубоктарҙың күплегенә хайран ҡалды. Сәйәхәт барыһына ла бик оҡшаны һәм был матур тәьҫораттары киләсәктә кескәйҙәргә уңыштарға ынтылырға этәргес булыр, тип өмөтләнәм.
Читайте нас: