Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
28 Декабрь 2017, 13:23

КӨС-ДӘРТ АЛЫП

Беҙҙең райондан биш балаға Өфөлә үткән Республика Башлығы шыршыһында ҡатнашыу хоҡуғы тейҙе һәм улар өс көн бөтә республиканан саҡырылған 800 бала менән бергә “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында ял итте.

Алыҫ юлдан ҡайтыуҙарына ҡарамаҫтан, балаларҙың күҙҙәре янып, үҙҙәренән көс-дәрт бөркөлөп тора. Шулай инде, төп шыршы байрамына барыу бәхете бөтәһенә лә тәтемәй бит. Йола буйынса республика Башлығы шыршыһына әүҙем, уҡыуҙа, спорт һәм мәҙәни тормошта һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшкән уҡыусылар ғына һайлап алына. Шулай уҡ был байрамға спорт ярыштарында, конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә урын яулағандар ҙа саҡырыу ҡағыҙы алыу бәхетенә ирешә.
Беҙҙең райондан 5 балаға: Эльвина Фәйзуллина, Даян Ҡәҙербәков, Илһөйәр Мәсәғүтова, Айҙар Ҡунаҡбаев һәм Марина Никулинаға шыршы байрамында ҡатнашыу хоҡуғы тейҙе һәм улар өс көн бөтә республиканан саҡырылған 800 бала менән бергә “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында ял итте. Балаларҙың әйтеүе буйынса, уларҙы бик һәйбәт ҡаршы алғандар.
22 декабрҙә әкиәт геройҙары ҡатнашлығында әҙерләнгән сағыу байрам балаларға бик оҡшаған. Улар Яңы йыл бүләктәре: киләһе 2018 йыл хужаһы – Эт йомшаҡ уйынсығы, бик матур әкиәттәр китабы һәм тәмлекәстәр йыйылмаһы алып ҡыуанған. Бергәләшеп “Шыршы үҫте урманда” йырын башҡарғандан һуң, һәр бала үҙенең һөнәрен Ҡыш бабайға күрһәтергә тырышҡан. Берәүҙәр йырлап-бейеһә, икенселәре шиғыр һөйләгән. Ә театр артистары һәм ижади коллективтар сығышы балалар өсөн мөғжизәле бер байрам бүләге булған.

Экспресс-һорашыу:
Даян Ҡәҙербәков, Иҫәнғолдағы 2-се һанлы мәктәп:
– Бөтәһе лә оҡшаны. Беҙҙе һәйбәт ҡаршы алдылар, ә тамаша – супер! Бөтә әкиәт геройҙары араһынан, бигерәк тә, эт ныҡ оҡшаны. Ул шундай ышаныусан һәм изге күңелле.
Илһөйәр Мәсәғүтова, Күгәрсен мәктәбе:
– Республиканың төп шыршы байрамында ҡатнашасағымды белгәс, тәүҙә ышанманым, аҙаҡ ҡыуанысымдың сиге булманы. Ошо байрамды күреп-ҡатнашып ҡайтыуыма бик бәхетлемен. Мәктәптә тик “5” билдәләренә генә уҡыуым бушҡа булманы, киләсәктә лә тырышасаҡмын.
Айҙар Ҡунаҡбаев, Иҙәш мәктәбе:
– Республиканың төп шыршы байрамына саҡырыуҙы “Сулпылар”-ҙа 3-сө урын алыуым, ғаиләбеҙ менән Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе – 2017” конкурсында ҡатнашыуыбыҙ өсөн биргәндәрҙер тип уйлайым. Байрамда миңә урман һылыуҡайы – шыршы оҡшаны. Уны бигерәк матур итеп биҙәгәндәр ине. Тағы ла бүләктәр, тамаша һәм бер әкиәт геройы – юлбаҫарҙың яңы йыл костюмы оҡшаны.
Эльвина Фәйзуллина, Абзан мәктәбе:
– Шыршы байрамында миңә бөтәһе лә оҡшаны: мажаралы әкиәт, уйындар, йырҙар. Бөтәгеҙҙе лә байрам менән ҡотлайым! Хыялланығыҙ, теләктәр теләгеҙ, улар, әлбиттә, ҡабул буласаҡ!
Марина Никулина, Ҡужанаҡ мәктәбе:
– Өфөлә беренсе тапҡыр булдым. Ундағы бөтә нимә миңең күңелемде яулап алды – яңы йыл шыршыһы, мөғжизәле әкиәт, дискотека. Тағы ла бында үҙемә яңы дуҫтар таптым.
Читайте нас: