Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
17 Ғинуар 2018, 16:10

ТЫЛСЫМЛЫ "АЙГӨЛ" ИЛЕНДӘ

“Май сүлмәге тышынан билдәле” тигәндәй, Үрген ауылындағы “Айгөл” балалар баҡсаһы менән үҙ эшен яҡшы белеп, еренә еткереп башҡарған хужа етәкселек иткәне күренеп тора.Был тәрбиә усағы менән, бына 22 йыл инде, Асия Ишмөхәмәт ҡыҙы Түләбаева етәкселек итә.

“Май сүлмәге тышынан билдәле” тигәндәй, Үрген ауылындағы “Айгөл” балалар баҡсаһы менән үҙ эшен яҡшы белеп, еренә еткереп башҡарған хужа етәкселек иткәне күренеп тора.
Мәктәпкәсә балаларға тәрбиә биреү усағының тирә-яғы, ихата эсе, балалар майҙансыҡтары сағыу төҫтәргә буялған. Эстән һәр төркөмдөң уйын-йоҡо бүлмәләре матур итеп, еренә еткереп йыһазландырылған. Был балалар баҡсаһы менән, бына 22 йыл инде, Асия Ишмөхәмәт ҡыҙы Түләбаева етәкселек итә. Үрген ауылы ҡыҙы Өфө педагогия колледжын тамамлағас, 1986 йылда үҙ ауылында тәрбиәсе булып эш башлай, 1989 йылдан ул ваҡыттағы мөдирҙе декрет отпускыһында ял иттерә, яйлап тәжрибә туплай. Етәкселек йәш белгестә ойоштороу һәләте барлығын күреп, 1996 йылда ошо яуаплы эште уға ышанып тапшыра. Әйтергә кәрәк, Асия Ишмөхәмәт ҡыҙы һынатмай, ең һыҙғанып эш башлай. Ата-әсәләр, коллектив менән уртаҡ тел таба. 2016 йылда мөдирҙең башланғысы һәм район хакимиәте ярҙамы менән медкабинет асыла. Үткән йыл балалар баҡсаһының тирә-яғы профнастил менән уратып алына, балалар майҙансығы 3 төркөм өсөн бүлеп кәртәләнә. Бөтә был эштәр ата-әсәләрҙең һәм тәрбиәселәрҙең ярҙамы менән атҡарып сығыла. “Етәкләгән коллективымдан уңдым, бер һүҙҙән бер-беребеҙҙе аңлап килешеп эшләйбеҙ. Уларҙы айырып ҡына күрһәтеп булмай, һәр береһе үҙ урынында яҡшы. Тәрбиәселәрем бөтә яңылыҡты күтәреп, тәрбиәләнеүселәре менән дә, үҙҙәре лә төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар, тематик саралар үткәрәләр. Бөтәһе лә 1-се категорияға эйә. Һәр төркөмдөң үҙ музейы бар, улар яңыртылып, тулыландырып тора. Балалар тәрбиәселәре алып барған “Оҫта ҡулдар”, бейеү, шашка, рәсем түңәрәктәрендә теләп шөғөлләнә. Мәктәп менән дә тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ, сығарыусыларыбыҙ килеп әкиәттәр ҡуялар, – ти Асия Ишмөхәмәт ҡыҙы. – Ремонтлау эштәрендә мәғариф бүлеге етәксеһе Рәйлә Айҙар ҡыҙы, иптәшем Фәнзи Әхмәт улының да ярҙамдары тейеп тора”. Уларҙың тырыш хеҙмәте 2012 йылда РФ Мәғариф министрлығының грамотаһы менән баһаланған. Балалар баҡсаһын уҡыу йылына әҙерләү һәм территорияны төҙөкләндереү буйынса район балалар баҡсалары араһында 2015 йылда – 1-се, 2017 йылда 2-се урын алыуға ирешкәндәр. Быға тиклем баҡса ла ултыртҡандар, әле балалар өсөн майҙансыҡҡа әйләндерелгәс, ҡайҙа сәсербеҙ икән тип, көйөңкөрәп тора хәстәрлекле етәксе.
Тормошонан да уңған ул, иптәше Фәнзи ағай менән 3 балаға ғүмер биргәндәр: ҡыҙы Нәзилә һәм улы Фидан ғаилә ҡороп, үҙ аллы тормош көтәләр, бәләкәстәре Айсилә 11-се класта уҡып йөрөй. Мәрхәмәтле әсә йөрәге киң бит ул, бер туған бикәсе мәрхүмә булғас, уның 2 балаһын да үҙҙәренеке кеүек күреп ҡарап үҫтерәләр улар.
Балалар баҡсаһы – тылсымлы бер донъя. Унда эшләгән кеше үҙенең эшен, кескәйҙәрҙе үҙ балалары кеүек яратырға тейештер ул. Асия Ишмөхәмәт ҡыҙы етәкләгән коллективта тик шундайҙар ғына эшләй. Таҙа һәм матур бүлмәләр, һынауҙар үткән тәрбиәләү методикаһы, тәжрибәле тәрбиәселәр – барыһы ла бер маҡсатҡа – илебеҙ өсөн һау, физик яҡтан ныҡлы граждандар үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Читайте нас: