Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
5 Февраль 2018, 12:39

ЯРАТҠАН ЭШ УҢЫШ КИЛТЕРӘ

Ф. Солтанов исемендәге мәктәптә үткән “Йыл уҡытыусыһы – 2018” конкурсында район мәктәптәрендә төрлө фәндәрҙән белем биргән 20 уҡытыусы ҡатнашты.

“Йыл уҡытыусыһы” һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе байтаҡ йылдар үткәрелһә лә, үҙенең актуаллеген юғалтмай. Уҡытыусылар йылдың-йылы әлеге бәйгелә ҡатнашып, һөнәри оҫталыҡтарын арттыра, бер-береһенән нимә лә булһа өйрәнә, тәжрибә туплай. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте фәндәренән белем биреүселәр, шулай уҡ йәш уҡытыусылар сара сиктәрендә айырым бәйге тота.
Ошо көндәрҙә Ф. Солтанов исемендәге мәктәптә үткән “Йыл уҡытыусыһы – 2018” конкурсында район мәктәптәрендә төрлө фәндәрҙән белем биргән 20 уҡытыусы ҡатнашты. Уларға мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренән һәм райондың көслө уҡытыусыларынан торған жюри ағзалары алдында асыҡ дәрестәр күрһәтеп, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, уҡытыусы хеҙмәтенең нескәлектәрен һәм шул уҡ ваҡытта үҙҙәрен дә һөнәрмән булараҡ асып һалыу бурысы ҡуйылды. Әйтергә кәрәк, һәр педагог алдына ҡуйылған бурысты үтәүгә ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнгән. Шуға ла конкурс барышында ҡаушап ҡалыусылар булманы. Улар таныш булмаған уҡыусыларҙың күңеленә юлды табып, дәресен тейешле кимәлдә үткәреп кенә ҡалманы, үҙен заманға ярашлы уҡытыу методикаһын камиллаштырыу өҫтөндә эшләгән, үҙ эшенең оҫтаһы булырға ынтылған, хеҙмәтенә ижади ҡараған уҡытыусы булараҡ күрһәтте.
Бәйгенең йомғаҡлау тантанаһы башҡорт гимназия-интернатының тамаша залында ойошторолдо. Башҡорт гимназия-интернаты, Ф. Солтанов исемендәге һәм С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары әҙерләгән бай йөкмәткеле концерттан һуң, конкурсанттар сәхнә түренә күтәрелде. Бәйгеселәр Гөлгөнә Мәсәғүтова (Ишемғол, башҡорт теле һәм әҙәбиәте), Гөлназ Күсәбаева (Ф. Солтанов ис., инглиз теле), Айрат Ураҡаев (Иҙәш, һынлы сәнғәт), Айтуған Йылҡыбаев (Абзан, тарих һәм йәмғиәт белеме), Әлфинә Күзәбаева (Арсен, математика), Резеда Мәзитова (Үрген, биология) – номинацияларҙа билдәләнде, ә Гөлназ Тоҡомбәтова (Иҙелбәк, башланғыс кластар), Хәҙисә Ғәйнизарова (1-се мәктәп, тарих һәм йәмғиәт белеме), Гөлфиә Мәхйәнова (гимназия-интернат, инглиз теле) һәм Ольга Бортукова (2-се мәктәп, башланғыс кластар) призер булды.
Уҡыусыларына дөрөҫ юл күрһәтеүҙе үҙенә маҡсат итеп ҡуйған, эшенә бар күңелен һалған Яңыбай мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Илдус ҡыҙы Ҡотошова – «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы », Арсен мәктәбе Гүзәл Ғүмәр ҡыҙы Бикбаева – “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, ә Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Зөлфиә Мөхәмәт ҡыҙы Биктимерова “Йыл уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булды! “Йәш йыл уҡытыусыһы – 2018” бәйгеһендә иһә еңеүгә Күгәрсен мәктәбенең математика уҡытыусыһы Әлфинур Зәкир ҡыҙы Ғәбдрәхимова өлгәште.
Бәйгеселәрҙең белем биреү процесында интернет ресурстарҙы ҡулланыу кимәлен асыҡлау маҡсатында ситтән тороп үткәрелгән турҙа Арсен мәктәбенең математика уҡытыусыһы Әлфинә Күзәбәкова еңеүгә өлгәште – уның шәхси сайты иң яҡшыһы тип табылды. Шулай уҡ Айрат Ураҡаев, Зөлфиә Биктимерова, Сәлимә Ишемғолова (Яңы Николаевка, башланғыс кластар) призлы урын яуланы.
Еңеүселәрҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев тәбрикләне. “Бөгөнгө бәйгенең еңеүселәре бар, әммә еңелеүселәр юҡ”, – тине һәм бәйгеселәрҙең барыһына ла еңел булмаған хеҙмәттәрендә уңыштар теләне.
– Ике көн дауамында барған бәйгелә тәжрибәле уҡытыусылар менән бер рәттән йәштәрҙең дә күрһәткән дәрестәре юғары кимәлдә үтте. Хатта йәштәр ҡайһы бер мәлдәрҙә, айырыуса компьютер технологияларын ҡулланыу йәһәтенән өлкән хеҙмәттәштәрен уҙғарып та ебәрә, – тип билдәләне Рәйлә Айҙар ҡыҙы һәм заман талаптары үҙгәрһә лә, уҡытыусы һөнәрен мөһим булып ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Еңеүселәрҙе шулай уҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты рәйесе Ришат Йылҡыбаев, былтырғы еңеүселәр Регина Шәрәфетдинова һәм Зилә Фәйзуллина тәбрикләне. Улар республика кимәлендә район данын яҡлаясаҡ хеҙмәттәштәренә кәңәштәрен еткерҙе һәм уңыштар теләне.

Экспресс-һорашыу:
Фәниә Ғаяз ҡыҙы Тоҡомбәтова, Ҡужанаҡ мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы, жюри ағзаһы:
– Мин “Йыл уҡытыусыһы” район бәйгеһендә 10 йылдан артыҡ жюри ағзаһы булараҡ, шуны билдәләр инем. Бәйгенең кимәле йыл да үҫә бара. Мин үҙем инглиз теле һәм башланғыс класс уҡытыусыларының дәрестәрендә булдым. Береһе лә ситкә тайпылмай, юғары кимәлдә дәрес бирҙе. Ә шулай ҙа лидерҙар алдан уҡ айырылып торҙо һәм еңеүсене билдәләүҙә бер ниндәй ҙә бәхәскә урын ҡалманы.
Әлфинур Ғәбдрәхимова, еңеүсе:
– Мин быйыл икенсе йыл ғына эшләйем һәм бындай һөнәри бәйгелә тәүге ҡатнашыуым. Әлбиттә, әҙерәк ҡурҡыу, тулҡынланыу тойғоһо булды, шулай ҙа үҙемде ҡулға алдым. Мин Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең 5-се класында математика дәресе күрһәттем. Шундай шәп класс эләкте! Был еңеүемдә уларҙың да өлөшө бар, рәхмәт уларға.
Хәҙисә Ғәйнизәрова, призер:
– Мин был бәйгелә 12 йыл элек ҡатнашҡайным, быйыл тағы ла үҙемде һынап ҡарарға булдым. Бәйге бик юғары кимәлдә үтте. Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең уҡыусылары үҙҙәренең белеме, тәртибе менән һоҡландырҙы. Ошондай тәжрибә уртаҡлашыуҙар, әлбиттә, бик файҙалы. Һәр бәйгесе үҙенә ниндәй ҙә булһа һабаҡ алғандыр тип ышанам.
Читайте нас: