Ауылдың киләсәге – балаларҙа. Был күптән билдәле хәҡиҡәт. Шуға ла Үрге Мәмбәтша менән танышыуҙы белем усағынан башларға ҡарар итеп, мәктәп тупһаһы аша атланым. Дәрес мәле, коридорҙа тынлыҡ… Сабыр ғына тәнәфесте көтөп, мәктәп менән танышыуҙы үҙ аллы башлайым. Типтағы мәктәптәрҙән ябайлығы менән айырыла ул: ағас иҙәндәр, уҡыу бүлмәләренең ишектәре лә хәҙер күреп ғәҙәтләнгәнсә, заманса түгел. Коридорҙа таҙа, йәмле. Стендтарҙа яуланған уңыштарҙы дәлилләгән Почет грамоталары урын алған.
Шул саҡ уҡыу бүлмәһе ишеге асылды ла, дежурный икенсе бүлмәгә лә ишетелерлек итеп, еҙ ҡыңғырау сыңлатты. Коридорҙа ҡыҙҙар-малайҙар күренде. Балалар ял иткән арала, уҡытыусылар Резидә Әлимбәтова һәм Әлфинур Шаһивәлиева менән аралашып, белем усағы менән яҡындан танышам.
1996 йылда төҙөлгән мәктәптә быйыл район хакимиәте, мәғариф бүлеге ярҙамы менән төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр башҡарылған: иҙән-түбә йылытылған, тәҙрәләр пластикка алмаштырылған, ҡыйыҡ яңыртып ябылған. Бығаса утын менән йылытылған мәктәптең йылытыу системаһы алмаштырылып, электр яғыуға күсерелгән.
Бөгөн мәктәптә 20 уҡыусы белем ала. Уларҙы икеһе лә Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған тәжрибәле уҡытыусылар уҡыта. Әйткәндәй, Резидә Сәлимйән ҡыҙының – 30, Әлфинур Шәрифҡол ҡыҙының 26 йыл педагогик стажы ла тик ошо белем усағында үткән.
Һуңғы йылдарҙа дәрестәрҙә ноутбуктар, интерактив таҡта ҡулланыу балаларға заманса белем алыу мөмкинлеген бирә. Район үҙәгенән алыҫта урынлашыуҙарына ҡарамаҫтан, уҡыусылар муниципаль этапта үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, мәктәп район буйынса үткән башланғыс кластар айлығында 2-се урын яулаһа, Алһыу Ҡәҙербәкова менән Гөлсинә Ишкилдина район олимпиадаһында призлы урындар яулаған. Дилбәр һәм Инсаф Ҡарасуриндарҙың Шайтантау буйынса эҙләнеү эштәре “Кесе фәндәр академияһы” район бәйгеһендә “Тыуған төйәккә һөйөү өсөн” номинацияһында – еңеүгә, Экология йылына арналған республика бәйгеһендә “Иң яҡшы эҙләнеү эше” номинацияһында III урынға лайыҡ була. Шулай уҡ “Мин – илһөйәр” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
Мәктәптә тәрбиә мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә: төп йүнәлеш – илһөйәрлек, тыуған төйәккә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү. Ирешелгән һөҙөмтәләр был йәһәттән эштең маҡсатлы алып барылыуына дәлил. Мәҫәлән, 2015 йылда Яңыбай мәктәбендә үткәрелгән “Зарница” хәрби-патриотик уйынында Үрге Мәмбәтша уҡыусылары 1-се урын яулаған. Ә бына башланғыс мәктәптәр араһында мәктәп баҡсаһы торошо, яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса барған бәйгелә өс йыл рәттән еңеүгә өлгәшеүҙәре – уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың һәм ата-әсәйҙәрҙең дөйөм хеҙмәте емеше.
– Ата-әсәләрҙең ярҙамын һәр саҡ тоябыҙ, – тиҙәр Резидә Сәлимйән ҡыҙы менән Әлфинур Шәрифҡол ҡыҙы бер тауыштан. – Өмә булһа, әүҙем ҡатнашып ҡына ҡалмайҙар, кәрәк әйберҙе, мәҫәлән, баҡса кәртәләүгә бағаналарҙы ла үҙҙәре алып килә.
Ысынлап та, балаларға белем биреү, уларҙы төрлө яҡлап тәрбиәләү мәктәпкә генә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. Ата-әсә һәм уҡытыусы берҙәм булғанда, һөҙөмтә күпкә яҡшыраҡ була.
Уҡыусылар йыр-моңға маһир. Һәр береһе һәләтле уҡыусылар, айырыуса Наҙлыгөл, Тимур, Әҙип Ҡәҙербәковтар, Дилә Ҡуланшина, Русалина Килмөхәмәтова ауылда ойошторолған һәр сараның биҙәге. Йыр-бейеүҙе бығаса үҙҙәре өйрәтһә, хәҙер өр-яңы клубҡа эшкә сыҡҡан мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсинә Әлимбәтованың ярҙамына һөйөнә уҡытыусылар.
Белемгә нигеҙ тап башланғыс кластарҙа һалына. Киләсәктә баланың ирешелгән уңыштарында ла тәүге уҡытыусының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Шуға ла һәр уҡытыусы, үҙе хәреф танырға, ҡәләм тоторға өйрәткән кескәйҙәр күптән инде оло тормошҡа аяҡ баҫһа ла, тормоштары менән ҡыҙыҡһынып, уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Мәҫәлән, өс уҡыусы – Фәнил Ҡарасурин, Илзидә Шаһивәлиева һәм Данир Шаһивәлиев Яңыбай урта мәктәбен тик “бишле”гә тамамлаған. Әйткәндәй, Фәнил менән Илзидә юғары уҡыу йортон да ҡыҙыл диплом менән тамамлап, бөгөн уңышлы эшләп йөрөй. Яңыбай мәктәбенең 11-се класында белем алыусы Илһам Ҡәҙербәков ике йыл рәттән география фәненән (уҡытыусыһы Х. Күҙәшев) Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында призер булған. Республиканың төрлө тарафтарында уңышлы эшләгән теш табибы Марат Хәбибуллин, прокурор Динә Ҡарасурина, шулай уҡ уҡытыусыларының юлын дауам итеп, белем биреү өлкәһендә алдынғылар булып танылған Әлисә Әлимбәтова, Айгизә Хәсәнова, Дилә, Гөлфинә Ҡарасуриналар, Миңзиә, Гөлгөнә Ҡәҙербәковалар, Диләрә Хөсәйенова, Айгөл, Дилиә Бикановалар – апайҙарының ғорурлығы. Бөгөн Башҡортостан кимәлендәге йыр бәйгеләрендә Гран-при яулаған һандуғас Әлфиә Мырҙабаеваның да башлап сәхнәгә сығыуы нәҡ башланғыс кластарҙа булған. Шулай бәләкәй генә ояла ҡанат нығытып, бөгөн киң осош алған ҡошсоҡтар менән нисек ғорурланмайһың инде?!
– Ауылда ҡалған уҡыусыларыбыҙ ҙа мах бирмәй беҙҙең. Бынамын тигән итеп ғаилә ҡороп, йорттар һалып, тирә-яҡ ауылдарға өлгө булып йәшәп ята, – ти уҡытыусылар.
…Тәнәфес тамам. Йылы аш менән һыйланған уҡыусылар ҡәнәғәт йөҙ менән тағы ла дәрескә – белем эстәргә йүнәлде. Ә мин мәктәптең, ауылдың киләсәге йәштәр ҡулында икәнлегенә тағы бер ҡат инанып, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың, йөклө ҡатындарҙың күплеге Үрге Мәмбәтша мәктәбенең иртәгәһе ышаныслы булыуына һөйөнөп, юлымды дауам иттем.