Бөтә яңылыҡтар

ҺӨНӘРЕНӘН, ҒАИЛӘҺЕНӘН, ЯҘМЫШЫНАН УҢҒАН

– Бәләкәй саҡта күрше балалар менән уйнағанда уларҙы уҡытырға яраттым, – ти Әнзинә Ислам ҡыҙы Дүшәнбаева.

Моғайын, беҙҙең һәр беребеҙ, үҙенең артабанғы юлын, һөнәрен, янындағы туғандарының, уратып алған мөхиттең, кешеләрҙең өлгөлө тәжрибәһенә таянып һайлайҙыр.
Әнзинә Ислам ҡыҙы бәләкәй саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыяллана.
– Беҙ ғаиләлә ете бала үҫтек: өс малай һәм дүрт ҡыҙ. Мин- алтынсы бала, ҡыҙҙарҙан иң кесеһе. – Ул матур тәбиғәтле Бәйдәүләт ауылында тыуып, аҙаҡ Бикбау ауылына күсәләр. –Бәләкәй саҡта күрше балалар менән уйнағанда уларҙы уҡытырға яраттым. Мәктәптән ҡайтышлай иптәш ҡыҙҙарым, Лилиә апайым менән уҡытыусы булып һөйләшеп ҡайтып килеүҙәрем әле булһа күҙ алдымда, – ти ул.
Сәмле ҡыҙ Бикбау һигеҙ йыллыҡ мәктәбен гел “бишле”гә генә тамамлай. 1986 йылда Салауаттың педагогия училищеһы дипломын алған Әнзинә уҡытыусы булып китә. Мөғәллимә ситтән тороп уҡып, Башҡорт дәүләт университеты дипломына ла эйә була. Хеҙмәт юлын Самаҙы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башлап ебәрә, башланғыс класс уҡытыусыһы булып бер йыл эшләгәндән һуң, йәшәгән ергә яҡыныраҡ тип, Таҙлар урта мәктәбенә күсә.
Әлбиттә, тәжрибә йылдар менән туплана. Әнзинә Ислам ҡыҙы үҙенең оҫталығы, балаларға ҡарата йылы мөнәсәбәте, иң мөһиме – илһамлы хеҙмәте менән уҡыусылар араһында ғына түгел, ата-әсәләр алдында ла оло абруй ҡаҙанған, тырыш хеҙмәте юғары баһаланған: 2002 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы бирелә, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була. Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен үҫтереүгә һәм пропагандалауға өлөш индергәне өсөн район хакимиәтенең дипломы, мәғариф бүлегенән грамоталар, таныҡлыҡтар менән бүләкләнгән.
Әнзинә Ислам ҡыҙы – әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә. Өс йыл рәттән урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһының инициатив төркөмө ағзаһы итеп һайланды. Һайлау эшендә лә әүҙем ҡатнашып килә. Тырыш хеҙмәте өсөн Таҙлар ауыл биләмәһе тарафынан күп Рәхмәт хаттары бирелгән.
Тормош иптәше менән 30 йыл татыу донъя көтәләр, бынамын тигән заманса өй бөтөргәндәр. Уҡытыусы үҙе әйтеүенсә, тыл ныҡлы булғас, төрлө яҡтан үҫешеп, эшләүе лә еңел булған. Дүшәнбаевтар ғаиләһе ике бала үҫтереп, белемле итеп, тормош юлына сығарған.
– Балаларым уҡытыусы һөнәренең ни тиклем ауыр, ҡатмарлы, яуаплы, изге һөнәр икәнен бәләкәйҙән белеп үҫтеләр, – ти Әнзинә Ислам ҡыҙы.
Әнзинә Ислам ҡыҙы бөгөн дә һәр саҡ хәрәкәттә булған тормош менән йәшәй – 2011 йылдан алып ул Таҙлар урта мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары. Бик тынғыһыҙ эш алып барһа ла, ул кәңәш һорап килгән хеҙмәттәштәренә, туғандарына, балаларына, уҡыусыларының ата-әсәләренә бер ваҡытта ла ваҡытын йәлләмәй. Уның изге күнеле һәм һоҡландырғыс түҙемлеге өсөн рәхмәт әйтәләр, бына шулай ярҙамсыл, тыйнаҡ, һөйкөмлө булыуы үҙенә тартып тора торғандыр.
– Кешегә үҙ ғүмерендә өс тапҡыр бәхет йылмайырға тейеш: донъяға тыуғанда, белем алғанда һәм тормош ҡорғанда (ә ҡалғандары барыһы ла тик үҙеңдән тора). Был яҡтан мин икеләтә бәхетле, сөнки тормош юлымда гел генә яҡшы кешеләр осраны, олоно-оло, кесене-кесе итергә, ярыша-ярыша бер-беребеҙҙән уҙҙырып, тырышып уҡырға өйрәткән Бикбау ауылы мәктәбендәге уҡытыусыларым белемле генә түгел, кешелекле, сабыр һәм күркәм кешеләр ине. Әле бергә эшләгән коллегаларым инде үҙ эштәренең ысын оҫтаһы. Кем тураһында ғына әйтһәм дә, икенселәрен үпкәләтермен кеүек. Мин уларҙын барыһына ла рәхмәтлемен, – ти әңгәмәсем.
Әнзинә Дүшәнбаева уҡытҡан ҡайһы бер уҡыусылары хәҙер үҙҙәре лә мәғариф өлкәһендә эшләй.
– Яратҡан уҡытыусым, тип рәхмәт еткереүҙәре, февраль һыуығында рауза гөлләмәһе һуҙып: ”Һеҙ иң мәрхәмәтлеләрҙән!” тип торған уҡыусымды ишетеү – ошо үҙе ҙур ҡыуаныс түгелме?! – ти ул йылмайып.
Әнзинә Ислам ҡыҙының уңыштары – ижади хеҙмәтенең төп һөҙөмтәһе, тимәк, балалар күңеленә үтеп инә алған. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, конкурстарҙа ҡатнашһа ла, гел алдынғылар рәтендә был күркәм ханым.
– Әлбиттә, заман күҙлегенән сығып ҡарағанда, уҡытыусы һөнәре еңел түгел, ләкин үҙ эшеңде яратып башҡарһаң, һәр иртән ашҡынып мәктәпкә килһәң, балаларҙың һиңә төбәлгән ҡараштарын күрһәң, барлыҡ арыуҙар юғала, һәм һине хеҙмәтеңдән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо, шатлыҡ хистәре солғап ала, – тине әңгәмәсем.
Читайте нас: